Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Апрель , 19:00

Орскиҙа хәлдәр нисек?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урындағы халыҡты йәлләмәне...

Орскиҙа хәлдәр нисек?
Орскиҙа хәлдәр нисек?

Орск ҡалаһы халҡы өсөн өс тонна гуманитар ярҙам, шул иҫәптән 1,7 тонна эсәр һыу, йәнә иң кәрәкле әйберҙәрҙе Шишмә ҡасабаһындағы “Туҡланыу үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте майҙансығында йыйҙылар.

– Башҡортостан үҙебеҙҙекеләрҙе бер ваҡытта ла ташламай. Яҡындарыбыҙға ярҙам –  ул беҙҙең менталитет, беҙҙең байлығыбыҙ. Ырымбур өлкәһендәге тәбиғәт ғәрәсәте, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урындағы халыҡты йәлләмәне. Әммә Рәсәйҙең көсө - халыҡтар берҙәмлегендә, дуҫлығында һәм яҡындарына ярҙам итеүҙә. Беҙ бергә, – тип билдәләне Шишмә ҡасабаһының “Туҡланыу үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Ынйы Әхмәҙуллина.

Шулай итеп, гуманитар акцияла “Туҡланыу үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “РЭЙД” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Башҡортостан Республикаһының социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһы” туҡланыу операторы, “Алтын ҡурай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Ғафури районы), “Йәмәғәт туҡланыуы” акционерҙар йәмғиәте (Туймазы районы), Шишмә районының эшҡыуарлыҡ берләшмәһе, Лилиә Мөхәмәтйәнова етәкселегендәге “Дуҫлыҡ” сауҙа үҙәге, Шишмә районы депутаттары Рәмил Ғәлиуллин һәм Андрей Чибиряев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Илнур Ураҙмәтов һәм Шишмә ауылының битараф булмаған кешеләре ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 апрелдә Орскиҙа дамба йырылды. Меңдәрсә йорт һыу аҫтында ҡалды – ашығыс хеҙмәттәр халыҡты эвакуацияланы. Орскиға дефицит булмаһын өсөн бөтә төбәктәрҙән аҙыҡ-түлек, эсәр һыу килтерәләр. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күрше төбәктә йәшәүселәргә бөтә кәрәкле нәмә менән ярҙам итергә ҡушты. Бынан алда Ырымбурға 33 кешенән һәм ун берәмек техниканан торған республика ҡотҡарыусылар төркөмө, шулай уҡ эсәр һыу һәм кәрәк-яраҡ тауарҙар запасы ебәрелгәйне.

15 апрелдә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Александр Куренков, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм төбәк губернаторы Денис Паслер Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһындағы ташҡынға баһа бирҙе һәм һыу киткән биләмәләрҙе ҡарап сыҡты.

Сәфәр барышында етәкселәр Иҫке ҡала халҡы менән аралашты һәм түләүҙәр, йорттарҙан, һыу баҫҡан райондарҙан һыуҙы һурҙырыу, бәләкәй бизнесҡа ярҙам, электр, газ, һыу менән тәьмин итеү, шулай уҡ гуманитар ярҙам алыу темаларына яуап бирҙе.

“Әле иң мөһиме - һәр кемде ишетеү, граждандар дәүләт ярҙамын тойорға тейеш”, - тип билдәләне Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Александр Куренков.

Улар шулай уҡ граждандарҙың ваҡытлыса тороу урындарында, гуманитар йөк келәттәрендә булды, муниципаль комиссияларҙың килтерелгән зыянды теркәү һәм баһалау эшен тикшерҙе.

“Һыу, ниһайәт, ҡайта башланы. Эҙемтәләрҙе бөтөрөү өсөн көстәр артты. Әле йыйыштырыу эштәре бара, йорттарға йәнә газ һәм электр тоташтырыла, махсус комиссиялар килтерелгән зыянды баһалай. Эш тиҙ алып барыла, ҡайһы бер ҡала халҡы торлаҡтарына ҡайта башланы ла. Әммә башҡараһы эштәр байтаҡ – бөтә ҡаланы тергеҙергә кәрәк. Волга буйы федераль округы төбәктәре Орскиға үҙ ярҙамын йүнәлтеүен дауам итә – ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарына 460 тоннанан ашыу эсәр һыу ебәрелгән. Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәрендәге хәлдәр ҙә контролдә тотола”, - тине тулы хоҡуҡлы вәкил Игорь Комаров.

Башҡортостан да күрше төбәккә ярҙам күрһәтте. Республика Орск һәм Ырымбур халҡы өсөн 136 тонна һауытҡа тултырылған һыу, шәхси гигиена саралары тапшырҙы. Киләсәктә тағы 80 тонна эсәр һыу ебәреүҙе күҙаллайбыҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса һыуҙы һурҙырыуҙа ярҙам күрһәтеү өсөн 33 кешенән һәм 11 берәмек техниканан торған республика төркөмө ебәрелде. Бының өсөн ҡеүәтле насос станциялары һәм мотопомпалар файҙаланыласаҡ. Төркөм составына республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте көстәре, саралары инде.

2024 йылдың 16 апреленә ҡарата Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса Баш идаралығы контролендә 102 йорт яны биләмәһе, 343 баҡса участкаһы, 21 автомобиль юлы участкаһы, һигеҙ түбән күперҙе һыу баҫыуға бәйле 16 муниципаль берәмектә 26 хәл тора. Һыу баҫҡан торлаҡ һәм баҡса йорттар юҡ. Гидропостарҙа автоматик контроль станциялары мәғлүмәттәре буйынса, Ағиҙел, Дим, Оло Ыҡ йылғалары кимәленең күтәрелеүе күҙәтелә.

Фото: Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы.

Орскиҙа хәлдәр нисек?
Орскиҙа хәлдәр нисек?
Орскиҙа хәлдәр нисек?
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: