Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Апрель , 17:50

Хәүефле осор башлана...

Башҡортостан уға әҙерме?

Хәүефле осор башлана...
Хәүефле осор башлана...

16 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов менән осрашты. Көн тәртибендә – төбәктә ташҡынға бәйле хәл һәм алдағы янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлек.

Марат Латипов Башҡортостанда тотороҡло хәл һаҡланыуы хаҡында һөйләне. 16 апрелгә Ағиҙел, Дим һәм Оло Ыҡ йылғаларында һыуҙың бер аҙ күтәрелеүе билдәләнә.

Белорет районының Ар ташы ауылы янында Ағиҙел йылғаһының кимәле тәүлек эсендә туғыҙ сантиметрға артҡан. Шишмә районының Бочкаревка ауылы янында Дим йылғаһында һыу тәүлек эсендә 24 сантиметрға күтәрелгән.

Эҫем, Инйәр һәм Әй тау йылғаларында һыу кимәле иң юғары күрһәткестәргә еткән. Бәләкәй дала йылғаларында иһә уларҙың кимәле кәмеүен билдәләйҙәр.

Йомағужа һәм Павловка һыуһаҡлағыстары һыу тултырыу режимында, ә Нөгөш һыуһаҡлағысы һыу ағыҙыу режимында эшләй. Павловка һыу һаҡлағысының эш графигына ярашлы, Ағиҙел һәм Өфө йылғаларында максималь кимәлдәге прогноз 21-23 апрелгә фаразлана.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы 16 муниципалитетты контролгә алған. Уларҙа, дөйөм алғанда, 102 йорт яны биләмәһен, 343 баҡса участкаһын, 21 автомобиль юлы участкаһын һәм һигеҙ түбән урынлашҡан күперҙе һыу баҫҡан. Шул уҡ ваҡытта йорттарға һәм баҡсаларға үтеп инмәгән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе төбәк биләмәһендә өҫтәмә янғын хәүефһеҙлеге сараларын күрергә тәҡдим итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Хөкүмәт ҡарары менән 187 тораҡ пункт, 62 коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәте һәм 45 балалар сәләмәтләндереү лагеры тәбиғәт һәм ландшафт янғындары таралыуы хәүефе аҫтында тип билдәләнгән.

Республика биләмәһенә аномаль йылы һауа торошо килеү менән бәйле Марат Латипов 27 апрелдән Башҡортостан биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерергә кәңәш итте.

– Эҫе осорҙа янғын хәүефе класы арта, урмандарҙа ут таралыу хәүефе барлыҡҡа килә. Шуға күрә янғынға ҡаршы режим усаҡ яғыуҙы, сүп-сар яндырыуҙы тыйыуҙы, шулай уҡ халыҡтың именлеген тәьмин иткән башҡа сараларҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота, – тине Марат Латипов.

Осрашыуҙа шулай уҡ республиканың янғынға ҡаршы хеҙмәттәренең матди базаһын нығытыу мөмкинлектәре ҡаралды.

Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда янғындарҙы иҫкәртеү һәм һүндереү өсөн Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһының Башҡортостандағы территориаль ярҙамсы системаһынан 22 меңләп кешенән һәм 5,5 мең берәмек техниканан торған төркөм төҙөлдө. Бынан тыш, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Урман хужалығы министрлығы ҡарамағында булған 1,7 мең белгес һәм 780 берәмек техника тулы әҙерлек хәленә килтерелгән.

Оператив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн йәлеп итеүсе Ка-32 янғын-ҡотҡарыу вертолеты ла даими дежурҙа. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың мартында Ростех дәүләт корпорацияһының генераль директоры Сергей Чемезов менән осрашыуҙа республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан биләмәһендә Ка-32 янғын-ҡотҡарыу вертолеттары эскадрильяһын булдырырға тәҡдим иткәйне.

Күрелгән саралар төбәктә янғынға ҡаршы тотороҡло хәлде һаҡларға мөмкинлек бирә. Шулай итеп, һуңғы биш йылда республика биләмәһендә янғындар һаны – һигеҙ процентҡа, ә утта һәләк булыусылар һаны 13 процентҡа кәмегән.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: