Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Апрель , 20:15

Күршеләрҙе бәләлә яңғыҙ ҡалдырмайбыҙ

Башҡортостандың йыйылма аэромобиль төркөмө Ырымбур халҡына көн һайын төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеүен дауам итә.

Күршеләрҙе бәләлә яңғыҙ ҡалдырмайбыҙ
Күршеләрҙе бәләлә яңғыҙ ҡалдырмайбыҙ

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Ырымбурға һәм Илеккә ярҙамға өс күрше төбәктән: Башҡортостандан, Татарстандан һәм Һамар өлкәһенән өҫтәмә көстәр һәм средстволар йүнәлтте.

Башҡортостандың йыйылма аэромобиль төркөмө Ырымбур халҡына көн һайын төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Йорттарҙан һәм йорт яны биләмәләренән һыуҙы һурҙыралар, нығытыу ҡоролмаларын йыһазландыралар, аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар килтерәләр.

Ҡалаға йәмғеһе 33 кеше һәм 10 берәмек техника килде. Һауыттарға тултырылған һыуҙан һәм гигиена сараларын тыш, улар өлкә үҙәгенә торлаҡ йорттарҙан һәм социаль әһәмиәтле объекттарҙан һыуҙы һурҙырыу өсөн йәнә 10 мотопомпа алып барған.

Фото: МЧС. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: