Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Апрель , 13:00

Һыу баҫыу хәүефе арта

Документтарығыҙҙы алдан йыйып, аҙыҡ-түлек, кәрәкле дарыуҙарығыҙҙы әҙерләп ҡуйығыҙ.

Һыу баҫыу хәүефе арта
Һыу баҫыу хәүефе арта

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 17 апрелгә ҡарата 15 муниципаль берәмектә 115 йорт яны биләмәһен, 351 баҡса участкаһын, 23 автомобиль юлы участкаһын, ете түбән һыу күперен һыу баҫыуға бәйле 26 хәл контролдә тотола.

Һыу баҫҡан торлаҡ һәм баҡса йорттары юҡ. Ташҡын хәлен баһалау өсөн пилотһыҙ осоу аппараттары йәлеп ителгән, кисә Өфө районында объекттарҙы ҡарағандар, хәүефле участкалар табылмаған. Министрлыҡ 28 оператив төркөм ойошторған.

Гидропостарҙағы автомат контроль станциялары мәғлүмәттәре буйынса, Өфө ҡалаһы эргәһендә Ағиҙел йылғаһының кимәле тәүлек эсендә 15 сантиметрға күтәрелгән, хәүефле хәлгә тиклем 1 метр 50 сантиметр ҡала. Дим районында, атап әйткәндә, “Козарез” һәм “Альбатрос” баҡса ширҡәттәрен һыу баҫыу хәүефе бар.

Бочкаревка ҡасабаһында Дим йылғаһы тәүлек эсендә 39 сантиметрға ҡалҡҡан. Һыу кимәленең артыуына бәйле Шишмә районында, шул иҫәптән “Сәләмәтлек”, “Күл”, “Дуҫлыҡ”, “Локомотив-10”, “Тюльпан”, “Төҙөүсе-2”, “Ҡояш яланы”, “Черемушки”, “Сахра” кеүек коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәрендә һыу баҫыу хәүефе артыуы ихтимал.

Юғарыла аталған урындарҙа йәшәгәндәргә документтарҙы алдан йыйырға, аҙыҡ-түлек һәм кәрәкле дарыуҙар һаҡламын әҙерләргә кәңәш ителә. Йортто ташлап китергә кәрәк булһа, мотлаҡ һыуҙы, электр утын, газды һүндерергә, шулай уҡ йорт хайуандарының хәүефһеҙлеге тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк.

Бөгөндән Башҡортостандың Хәл-торош үҙәге ошо номер буйынса халыҡтың һыу баҫыу буйынса һорауҙарына яуап бирә башлай: 122, өҫтәмә 5 һәм +7 (347) 218-19-19.

Рәмилә Мусина фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: