Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Апрель , 14:00

Күп балалы ғаилә урамда ҡалды

Бында 2011, 2017, 2020 һәм 2022 йылғы балалар йәшәгән...

Күп балалы ғаилә урамда ҡалды
Күп балалы ғаилә урамда ҡалды

Кисә кис Дүртөйлө районының Етембәк ауылында янғын сыға. Күп балалы ғаиләнең 10-ға 12 метр үлсәмле йортонда ут тоҡана.

Был ваҡытта өйҙә ике бала була, ә ҡатын йәнә икәүһе менән урамда йөрөй. Нимәлер һиҙенгән кеүек, әсә йортҡа инә була һәм соланда төтөн күреп ҡала. Был саҡта ут әйберҙәрҙе, стенаны, түбәне ялмап алырға өлгөргән була. Ҡатын йүгереп инеп, эстәге ике балаһын алып сыға.

Уның әйтеүенсә, өйгә ҡуйылған янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ваҡытында эшләй һәм утты һүндергән саҡта ла сыйылдап тора.

Янғын һүндереүселәр килеп еткәс, ярты сәғәт эсендә ут һүндерелә. Кешеләр зыян күрмәй, әммә йорт янып бөтә.

“Янғын сәбәбе асыҡлана. Фараз буйынса, ул төҙөк булмаған электр сымынан сыҡҡан. Йортта 2011, 2017, 2020 һәм 2022 йылғы балалар йәшәгән”, – тинеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтендә.

Ҡорбандар булмаһа ла, күп балалы ғаилә йортһоҙ, мөлкәтһеҙ тороп ҡалды. Әлегә улар туғандарында йәшәй.

Фото: "Моя Уфа" порталы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: