Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Апрель , 01:00

"Ныҡ арынылар..."

Юғалған малайҙарҙы эҙләүгә бәйле яңылыҡ бар.

"Ныҡ арынылар..."
"Ныҡ арынылар..."

Өфөлә Дамир менән Павелды эҙләү эштәре дауам итә. Ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр Ағиҙел буйын һәм өҫтөн тикшерә. UFA1.RU порталы “ЛизаАлерт” ирекмәндәр отрядының төбәк вәкиле Николай Сынковский менән аралашҡан.

Ирекмән хәбәр итеүенсә, 19 көн эсендә эҙләүҙәр Благовещенға тиклем барып еткән. Ярҙамға кешеләр килеүен дауам итә, тик шулай ҙа уларҙың һаны һиҙелерлек кәмегән.

– Бөгөн унға яҡын ғына кеше килде, ә йәкшәмбелә 40-тан ашыу булғайны. Эҙләү эштәре алып барылғаны тураһында яңыраҡ ҡына белгәндәр ҙә килә. Беҙ яр буйҙарын тикшереүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Юғалған районда хәҙер Эске эштәр министрлығының кинология төркөмө эшләй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы катерҙа һәм ике кәмәлә һыуҙы тикшерә, – тигән Сынковский.

Шулай уҡ ул ирекмәндәрҙең ныҡ арыуын билдәләгән.

– Беҙ тәүге көндәрҙә тәүлек әйләнәһенә эшләнек. Арыу тойғоһо барлыҡҡа килде, кешеләрҙең шәхси эштәре лә йыйылып китте. Күптәр эштәренән һорап китте, ярҙам итеү өсөн үҙ иҫәптәренә отпуск алды. Хәҙер барыһы ла былай эшләй алмай, – тигән координатор.

Шулай ҙа Омскиҙан, Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан килгән ирекмәндәр Өфөлә үҙ эшен дауам итә.

– Тиҙҙән эҙләү штабынан баш тартырға тура килер тип уйлайым, сөнки унда мәғәнә юҡ. Әммә был эҙләүҙәр туҡтай тигәнде аңлатмай. Улар дауам итәсәк. Мәҫәлән, беҙ билдәле бер ваҡытта кешеләр менән бер урында йыйылып, ниндәйҙер зонаны тикшерәсәкбеҙ.

Сынковский һүҙҙәренсә, был аҙнала штаб ғәҙәти режимда эшләй, сөнки Мәскәү белгестәре йәкшәмбегә тиклем Өфөлә буласаҡ. Штаб координаторы әйтеүенсә, әлеге ваҡытта ирекмәндәр бер нәмәгә лә мохтаж түгел, ни бары кешеләр һаны ғына кәрәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Дамир менән Павел 30 мартта юғалды. Үҫмерҙәр ярыштарҙан һуң “Аҡсарлаҡ” ял базаһы янына сығып киткән, бер нисә сәғәттән һуң улар менән бәйләнеш өҙөлгән. Шул көндә үк балаларҙы эҙләү башланды.

Фото: БашДТП.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: