Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Апрель , 18:40

Төрлө һорауҙар буйынса шылтырата алаһығыҙ

Башҡортостандың Ситуация үҙәге операторҙары ташҡын буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итә.

Төрлө һорауҙар буйынса шылтырата алаһығыҙ
Төрлө һорауҙар буйынса шылтырата алаһығыҙ

17 апрелдән Башҡортостан Республикаһының Ситуация үҙәге яҙғы ташҡын темаһына ла шылтыратыуҙар ҡабул итә. 122, өҫтәмә 5 һәм +7 (347) 218-19-19 телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин.

Ситуация үҙәге эксперты Лилиана Дауытова әйтеүенсә, шылтыратыуҙар өсөн айырым линия бүленгән. Ташҡындан зыян күргәндәр кәрәк булған осраҡта ярҙам саралары, яҡын-тирәләге ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары, гуманитар ярҙам йыйыу пункттары, ҡыҙыу линия телефондары тураһында мәғлүмәт ала аласаҡ. Ситуация үҙәге республиканың Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса Баш идаралығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостандың башҡа ведомстволары, муниципалитеттары структуралары менән үҙ-ара килешеп эште ойоштороуҙы тәьмин итә.

Башҡортостан Ситауция үҙәгәнең телефон номерҙары:

+7 (347) 218-19-19;

122, өҫтәргә 1, 117 контракт буйынса хеҙмәт итеү тураһында мәсьәләләр;

122, өҫтәргә 2 - республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының контакт-үҙәге;

122, өҫтәргә 3 - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам;

122, өҫтәргә 4 - башҡа һорауҙар;

122, өҫтәргә 5 - ташҡын буйынса һорауҙар.

Операторҙар көн һайын 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем шылтыратыуҙар ҡабул итә.

Төрлө һорауҙар буйынса шылтырата алаһығыҙ
Төрлө һорауҙар буйынса шылтырата алаһығыҙ
Төрлө һорауҙар буйынса шылтырата алаһығыҙ
Төрлө һорауҙар буйынса шылтырата алаһығыҙ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: