Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Апрель , 10:00

Ҡот осҡос аварияла биш кешенең ғүмере өҙөлдө

Еңел машинала барыһы ете кеше булған... 

Ҡот осҡос аварияла биш кешенең ғүмере өҙөлдө
Ҡот осҡос аварияла биш кешенең ғүмере өҙөлдө

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, бөгөн иртән Өфө – Ырымбур трассаһының 1-се саҡрымында “КамАЗ” һыу һибеү машинаһына “ВАЗ-2115” барып бәрелгән. Баш ҡаланан сыҡан ерҙә теркәлгән аварияла  биш кеше – өс егет һәм ике ҡыҙ һәләк булған. Еңел машиналағы тағы ике пассажир дауаханаға оҙатылған, уларҙың берәүһе - 21 йәшлек ҡыҙ ныҡ ауыр хәлдә. “КамАЗ”дың водителе зыян күрмәгән. Шулай уҡ еңел машинаның теркәү иҫәбенән алынғаны билдәле.

Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары һәләк булған йәштәрҙең кәүҙәләрен машинанан сығарған.

Әлегә ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Хөрмәтле водителдәр! Рулгә ултырғанда юл ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәгеҙ, иғтибарлы булығыҙ. Һеҙҙең яңылышыуығыҙ арҡаһында башҡа кешеләр зыян күреүе ихтимал. Юл хаталарҙы ғәфү итмәй, шуны онотмағыҙ!

 

Фото: БР буйынса ЮХХДИ.

 

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: