Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Апрель , 18:00

Өфөлә ҡатын утта һәләк булған, ә Бөрөлә - малдар...

Һаҡ булығыҙ: ҡоро үлән һәм сүп-сар яныуына бәйле янғындар башланған. 

Өфөлә ҡатын утта һәләк булған, ә Бөрөлә - малдар...
Өфөлә ҡатын утта һәләк булған, ә Бөрөлә - малдар...

19 апрелдә көндөҙгө сәғәт 5-тә Бөрө районының Вязовка ауылында ҙур янғын теркәлде. Янғын һүндереүселәр килгәндә бер ҡыйыҡ аҫтында булған гараж, мунса, һарайҙы ут ялмап алған була. Дөйөм майҙаны 1200 квадрат метр.  

Утта 1969 йылғы ир зыян күргән, шулай уҡ 80 һарыҡ, һигеҙ быҙау һәм 50 тауыҡ янған. Тағы ла 20 һарыҡты хужа янған бинанан алып сығып өлгөргән.

Алдан янғын көс йыйырға ҡуйылған автомобиль аккумуляторын ҡарауһыҙ ҡалдырылыу сәбәпле килеп сығыуы ихтимал, тип белдерә ведомство белгестәре.

Шулай уҡ Шишмә районының "Пионерская" ярҙамсы станцияһында янғын сыҡҡан. Утты һүндереп, кискә халыҡты электр уты менән тәьмин итеү тергеҙелгән.

19 апрелдә төндә Өфө ҡалаһының Нижегородка ҡасабаһында ике ҡатлы кирбес йортта янғында 1962 йылғы ҡатын һәләк булған.

Башҡортостанда 19 апрелдә 58 янғын булған, шул иҫәптән 18 осраҡта – ҡоро үлән, 16 осраҡта сүп-сар яныуы теркәлгән.

Янғындың һәр осрағы буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы тәфтиш органдары тикшереү үткәрә, штраф рәүешендә административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ ғәйеплеләрҙе асыҡлай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡҡа штраф суммаһы - 5–15 мең һум, ә 27 апрелдән ғәмәлгә инәсәк янғынға ҡаршы махсус режим осоронда 10–20 мең һум тәшкил итә.

Хөрмәтле республика халҡы, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Өйҙә тәмәке тартмағыҙ, боҙоҡ электр приборҙарын һәм мейестәрҙе ҡулланмағыҙ. Өлкәндәрҙе һәм балаларҙы яңғыҙ, ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. 

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан республикаһы буйынса Баш идаралығынан.

 

Өфөлә ҡатын утта һәләк булған, ә Бөрөлә - малдар...
Өфөлә ҡатын утта һәләк булған, ә Бөрөлә - малдар...
Өфөлә ҡатын утта һәләк булған, ә Бөрөлә - малдар...
Өфөлә ҡатын утта һәләк булған, ә Бөрөлә - малдар...
Өфөлә ҡатын утта һәләк булған, ә Бөрөлә - малдар...
Өфөлә ҡатын утта һәләк булған, ә Бөрөлә - малдар...
Өфөлә ҡатын утта һәләк булған, ә Бөрөлә - малдар...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: