Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Апрель , 10:00

Һигеҙ быҙау, 80 һарыҡ, 50 тауыҡ янып үлгән...

Тағы ла 20 һарыҡты хужаһы сығарып өлгөргән, әммә ул үҙе зыян күргән...

Һигеҙ быҙау, 80 һарыҡ, 50 тауыҡ янып үлгән...
Һигеҙ быҙау, 80 һарыҡ, 50 тауыҡ янып үлгән...

19 апрелдә Бөрө районының Вязовка ауылында янғын ваҡытында 80 һарыҡ, 8 быҙау һәм 50 тауыҡ янған, ә 54 йәшлек фермерҙың ҡулдары бешкән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, урында шулай уҡ гараж һәм мунса ла көлгә әйләнгән.

Әлегә ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын хужаның автомобиль аккумуляторын зарядкала ҡарауһыҙ ҡалдырғаны арҡаһында сыҡҡан.

Шулай уҡ ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Мораҡай ауылында янғын теркәлде. Унда магазин менән медицина пункты тулыһынса янып бөттө. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ.

Фото һәм видео: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

 

 

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: