Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Апрель , 11:45

Быйыл тәүге урман янғыны теркәлде

27 апрелдән Башҡортостан Республикаһында янғынға ҡаршы режим индерелә.

Быйыл тәүге урман янғыны теркәлде
Быйыл тәүге урман янғыны теркәлде

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 20 апрелдә Әбйәлил районында быйыл тәүге урман янғыны теркәлгән.

Мораҡай ауылынан алты километр алыҫлыҡтағы ут сығанағы тураһында 14.00 сәғәттә хәбәр иткәндәр. Утты ун кеше һәм бер техника йәлеп итеп, 15.00 сәғәттә һүндерергә өлгәшкәндәр. Зыян күреүселәр юҡ.

Хөрмәтле дуҫтар, 27 апрелдән республикала янғынға ҡаршы режим индерелә. Был осорҙа урманға инеү һәм ут яғыу тыйыла. Был режимды боҙоусыларға штраф һалына. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек. Онотмайыҡ: уттан бер нәмә лә ҡалмай.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан. 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: