Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Апрель , 22:45

Өфө янында һыу кимәле күтәрелеүен дауам итә

Өфөлә Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле артыуын дауам итә. Бөгөн, 21 апрелдә, 20.00 сәғәттә һыу кимәле 600 сантиметр тәшкил итте, был кимәлдә йылға эргәләге туғайҙарҙы баҫа. 

Өфө янында һыу кимәле күтәрелеүен дауам итә
Өфө янында һыу кимәле күтәрелеүен дауам итә

Өфөлә Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле артыуын дауам итә. Бөгөн, 21 апрелдә, 20.00 сәғәттә һыу кимәле 600 сантиметр тәшкил итте, был кимәлдә йылға эргәләге туғайҙарҙы баҫа. Хәүеф тыуҙырған кимәл тип 730 сантиметр иҫәпләнә.

Хәлгә даими мониторинг алып барыла.

Өфөлә Дим, Киров һәм Ленин райондарындағы алты юл участкаһы, Дим биҫтәһендәге өс коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәте («Озон», «Козарез», «Альбатрос») һәм Киров районының Кооператив ялан биҫтәһендәге йорт яны участкаларын һыу баҫыу контролгә алынған.

Һыу участкаға һәм йортҡа барып етһә, нимә эшләргә:

- 112 телефонына мөрәжәғәт итергә һәм күршеләребеҙгә хәбәр итергә;

- оло йәштәге, хәрәкәт мөмкинлеге сикле граждандарға һәм балаларға ярҙам итергә;

- электр утын һүндерергә, газды һәм һыуҙы ябырға, тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе ныҡлап ябырға, мейестәге утты һүндерергә;

- өҫкө ҡатҡа күтәрелергә, ҡотҡарыусыларҙың ярҙамын көтөргә;

- үҙ аллы эвакуацияланырға кәңәш ителмәй – быны бик һирәк осраҡтарҙа ғына эшләргә мөмкин: медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн йәки эсәр һыу һәм аҙыҡ-түлек булмағанда.

Әгәр телефон аша хәл тураһында хәбәр итеү мөмкинлеге юҡ икән, ҡысҡырабыҙ, тәҙрәгә яҡшы күренгән япма эләбеҙ, төндә булһа, яҡтылыҡ сигналдары бирәбеҙ.

Мәғлүмәт Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан алынды.

Р. Мусина фотоһы. 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: