Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Апрель , 23:10

Республикала 1, 2, 3 класс янғын хәүефе тыуған, Әлшәй районында – 4

15 – 21 апрелдә Башҡортостан биләмәһендә 248 техноген янғын теркәлгән, уларҙа дүрт кеше һәләк булған...

Республикала 1, 2, 3 класс янғын хәүефе тыуған, Әлшәй районында – 4
Республикала 1, 2, 3 класс янғын хәүефе тыуған, Әлшәй районында – 4

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 15 – 21 апрелдә Башҡортостан биләмәһендә 248 техноген янғын теркәлгән, уларҙа дүрт кеше һәләк булған, бишәүһе йәрәхәтләнгән, 23 кеше ҡотҡарылған.

Уҙған аҙнала ҡоро үлән яныуға бәйле 56 янғыны теркәлгән. Әбйәлил районында бер урман янғыны булған һәм 0,5 гектар майҙан зыян күргән. Утты ваҡытында һүндереп өлгөргәндәр.

22 апрелдә республикала 1, 2, 3 класс янғын хәүефе тыуған, Әлшәй районында – 4.

27 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. Тимәк, усаҡ яғыу, ауыл хужалығы яландарында ҡоро үҫентеләрҙе үртәү, утҡа бәйле эштәрен үткәреү тыйыла. Махсус режим ғәмәлгә ингәндән һуң янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн граждандарға 10 меңдән 20 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған.

Республикала иһә аномаль эҫе һауа торошо һаҡланасаҡ, уртаса тәүлек һауа температураһы климат нормаһынан 7–12 градустан юғарыраҡ.

Шулай уҡ һауа торошоноң насар булыуы – йәшен, көндөҙ боҙ борсаҡ яуыуы, урыны менән елдең секундына 15–20 метрға тиклем көсәйеүе фаразлана.

Автомобиль юлдарында төндә һәм иртән томан, күреү мөмкинлеге - 500-1000 метр.

Фото: vk.com/mchsrb

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: