Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Апрель , 21:15

Шикле әйбер күрһәгеҙ, ни эшләргә?

Терроризм хәүефе булғанда үҙеңде нисек тоторға?  Ошо һәм башҡа йүнәлештәр буйынса кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

Шикле әйбер күрһәгеҙ, ни эшләргә?
Шикле әйбер күрһәгеҙ, ни эшләргә?

Террор акты ҡурҡынысы янағанда эш итеү буйынса граждандарға дөйөм тәҡдимдәр

Тәҡдимдәрҙең маҡсаты – граждандарға экстремаль һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә дөрөҫ эш итергә ярҙам итеү, шулай уҡ енәйәттәрҙе тикшереүгә булышлыҡ итеүсе шарттар булдырыуҙы тәьмин итеү. Һәр кем экстремаль ситуацияларҙа үҙ тәртибен һәм ғәмәлдәрен теүәл күҙалларға, психологик яҡтан үҙ-үҙен яҡларға әҙер булырға тейеш.

  • Шикле кешеләргә, әйберҙәргә, ваҡ-төйәктәргә иғтибар итегеҙ. Улар тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итегеҙ.
  • Таныш булмаған кешеләрҙән пакеттар һәм сумкалар алмағыҙ, үҙ багажығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
  • Ғаиләнең ғәҙәттән тыш шарттарҙа эш итеү планы, бөтә ғаилә ағзаларының телефон номерҙары, электрон почта адрестары булырға тейеш.
  • Ғәҙәттән тыш хәл булғанда ғаиләгеҙ менән осрашырға урынды алдан билдәләп, һөйләшеп ҡуйығыҙ.
  • Эвакуация ваҡытында иң кәрәкле әйберҙәрегеҙҙе һәм документарығыҙҙы ғына алығыҙ.
  • Бинанан резерв сығыу урындарын алдан уҡ белешеп ҡуйығыҙ.
  • Мөмкин булһа, йортоғоҙҙа йәшәүселәрҙең дежурлығын ойоштороғоҙ. Улар даими рәүештә бинаны тикшереп сыҡһындар, барыһын да күҙәтһендәр. Әгәр шартлау, янғын, ер тетрәү булһа, бер ҡасан да лифт менән файҙаланмағыҙ.
  • Ниндәй генә хәл булһа ла, паникаға бирелмәгеҙ.

 

Шикле предмет шартлатҡыс булыуы мөмкин

Һуңғы ваҡытта граждандар йыш ҡына шикле әйберҙәрҙәргә тап була. Улар транспортта, төрлө учреждениеларҙа, фатирҙың ишеге янында осрай. Әгәр бындай предметтарға тап булһағыҙ, ни эшләргә?

  • Был предмет шул урында булмаҫҡа тейеш тип уйлаһағыҙ, уны иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ.
  • Йәмәғәт транспортында онотолған берәй әйбер күрһәгеҙ, яҡын-тирәләге кешеләрҙән һорашып уның хужаһын табырға тырышығыҙ. Әгәр хужаһы табылмаһа, был турала водителгә хәбәр итегеҙ. Фатирығыҙ эргәһендә шундай әйбергә тап булһағыҙ, полицияға мөрәжәғәт итегеҙ. Берәй төрлө учреждениела юлыҡһағыҙ – администрацияны иҫкәртегеҙ.

Ҡалған осраҡтарҙа:

  • Табылған предметҡа теймәгеҙ, урынынан күсермәгеҙ;
  • Уны тап иткән ваҡытты иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ;
  • Табылған әйберҙән мөмкин тиклем алыҫтараҡ булырға тырышығыҙ, башҡаларҙы ла ошо хаҡта иҫкәртегеҙ;
  • оператив-тикшереү төркөмөнөң килеүен көтөгөҙ.

Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: предметтың тышҡы ҡиәфәте уның ысын тәғәйенләнешен йәшереүе мөмкин. Шартлағыс ҡорамалдар өсөн ғәҙәти көнкүреш әйберҙәре – сумкалар, пакеттар, ҡумталар, уйынсыҡтар һәм башҡалар ҡулланыла.

Ата-әсәләр! Һеҙ балаларығыҙҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн яуаплы, шуға ла уларға урамда йәки подъезда табылған һәр әйберҙең хәүефле булыуы мөмкинлеген аңлатығыҙ.

Шикле әйбергә тап булғанда, үҙ аллы бер ниндәй ҙә ҡарар ҡабул итмәгеҙ. Ул ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. 

 

Эвакуация тураһында мәғлүмәт

Эвакуация тураһында хәбәр шартлатҡыс ҡорамал табылған осраҡта ғына түгел, ә янғын һәм башҡа ваҡыттарҙа ла килеүе мөмкин.

Власть йәки хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренән эвакуация башланыуы тураһында хәбәр алғас, тыныслыҡ һаҡлағыҙ һәм уларҙың командаларын теүәл үтәгеҙ.

Әгәр һеҙ фатирҙа булһағыҙ, түбәндәге ғәмәлдәрҙе башҡарығыҙ:

  • шәхси документтарғыҙҙы, аҡса, ҡиммәтле әйберҙәрегеҙҙе алығыҙ;
  • электр энергияһын, һыуҙы һәм газды һүндерегеҙ;
  • оло һәм ауырыған кешеләргә эвакуацияланырға ярҙам итегеҙ;
  • тышҡы ишекте мотлаҡ рәүештә йоҙаҡҡа бикләгеҙ, сөнки бурҙар төшөүе ихтимал;
  • паникаға бирелмәгеҙ, ҡабаланмағыҙ.
  • Рөхсәт ителгәндән һуң ғына бинаға кире ҡайтығыҙ.

 

Халыҡ араһында үҙеңде тотоу.

  • Кеше күп йыйылған урындарға бармаҫҡа тырышығыҙ;
  • Әгәр ҙә ошондай урынға эләкһәгеҙ, оҙон, ҙур сумкалы кешеләрҙән алыҫтараҡ йөрөргә тырышығыҙ;
  • Ҡулдарығыҙҙы кеҫәләрҙә тотмағыҙ;
  • Берәй әйберегеҙ төшөп китһә, уны алам тип эйелмәгеҙ;
  • Әгәр үҙегеҙ ҡолап китһәгеҙ, мөмкин тиклем тиҙерәк аяғығыҙға баҫырға тырышығыҙ;
  • Паника башланһа, үҙегеҙҙе тыныс тоторға тырышығыҙ;
  • Митингыға "ҡыҙыҡһынып" ҡушылмағыҙ. Тәүҙә митинг санкцияланғанмы, юҡмы икәнен белегеҙ.
  • Теркәлмәгән ойошмаларға инмәгеҙ. Бындай ойошмаларҙың сараларында ҡатнашыу енәйәт язаһына килтереүе ихтимал.
  • Күмәк сыуалыштар ваҡытында халыҡ араһына инмәҫкә тырышығыҙ, сөнки махсус подразделениелар яугирҙәренең ғәмәлдәренә эләгә алаһығыҙ.

 

Аманатҡа алһалар

Һәр кеше осраҡлы рәүештә енәйәтселәрҙең тотҡоно булыуы ихтимал. Енәйәтселәр быны ниндәйҙер сәйәси маҡсаттарға өлгәшеү, аҡса талап итеү өсөн башҡара.

Һәр осраҡта ла һеҙҙең ғүмерегеҙ террорсылар өсөн сауҙа предметы булып тора.

Ҡулға алыу транспортта, төрлө учреждениела, урамда, фатирҙа булырға мөмкин.

Әгәр ҙә һеҙҙе аманатҡа алһалар:

  • көтөлмәгән хәрәкәт йәки тауыш террорсылар яғынан ҡаты ғәмлдәргә килтереүе ихтимал, шуға ла үҙегеҙҙе тыныс тоторға тырышығыҙ;
  • террорсылар күҙегеҙҙе ҡаплауҙарына, ҡулығыҙҙы бәйләүҙәренә әҙер булығыҙ;
  • енәйәтселәрҙең күҙенә тура ҡарамағыҙ (нервылары ҡаҡшаған кешене агрессияға килтереүе ихтимал);
  • ҡаршылыҡ күрһәтергә, бандитты ҡоралһыҙландырырға тырышмағыҙ;
  • әгәр ҙә һеҙҙе бинанан сығарырға маташһалар – сығығыҙ;
  • әгәр һеҙҙең менән балалар булһа – уларға хәүефһеҙ урын табығыҙ. Мөмкин булһа балаларҙан ныҡ алыҫҡа китмәгеҙ;
  • кәрәк булғанда енәйәтселәрҙең талаптарын үтәгеҙ, ҡаршы килмәгеҙ, тирә-яҡтағыларҙың һәм үҙегеҙҙең ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ;
  • әгәр медицина ярҙамы кәрәк булһа, тыныс һәм ҡыҫҡа итеп һөйләгеҙ, бандиттарҙың нервыларын ҡаҡшатмағыҙ, рөхсәт алғансы бер нәмә лә эшләмәгеҙ.

 

Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙең маҡсат – иҫән ҡалыу!

Иғтибарлы булығыҙ, енәйәтселәрҙең билдәләрен, йөҙҙәрендәге үҙенсәлекле һыҙаттарын, кейемдәрен, исемдәрен, ҡушаматтарын, татуировкаларын, телмәр үҙенсәлектәрен, һөйләшеү тематикаһын һәм башҡаларҙы иҫтә тоторға тырышығыҙ.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙең ҡулға алыу тураһында хәбәр алғас та махсус хеҙмәттәр эш башлаған һәм һеҙҙе азат итеү өсөн бөтә кәрәкле нәмәне эшләйәсәк.

Һеҙҙе азат итеү  буйынса операция барғанда түбәндәге талаптарҙы иҫегеҙҙә тотоғоҙ:

  • Махсус хеҙмәттәр ҡаршыһына йүгермәгеҙ, сөнки улар һеҙҙе енәйәтсе тип уйлауҙары мөмкин;
  • мөмкинлек булһа, ишек һәм тәҙрәләрҙән алыҫтараҡ булырға тырышығыҙ.

Әгәр һеҙҙе аманатҡа алһалар, тәртибегеҙҙең һеҙгә ҡарата мөнәсәбәткә йоғонто яһай алыуын иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Ҡаршы тормағыҙ. Тыныс булырға тырышығыҙ.

Һаулығығыҙ менән проблемалар булғанда, үҙегеҙ менән кәрәкле дарыуҙар алғанығыҙҙы тикшерегеҙ. Кәрәк булғанда медицина ярҙамы күрһәтеүҙе йәки дарыуҙар биреүҙе һорағыҙ.

Әгәр һеҙгә туғандарығыҙ менән телефон аша һөйләшергә мөмкинлек бирелһә, үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ, иламағыҙ, ҡысҡырмағыҙ, ҡыҫҡа һәм асыҡ итеп һөйләшегеҙ. Һаҡсылар менән бәйләнешкә инергә тырышығыҙ, алдарға тырышмағыҙ.

Әгәр һеҙ берәй бүлмәлә бикләнгән булһағыҙ, кемдеңдер иғтибарын йәлеп итергә тырышығыҙ. Бының өсөн тәҙрә быялаһын ватығыҙ һәм ярҙам һорағыҙ һәм башҡалар.

Бер ҡасан да барыһы ла яҡшы тамамланыуға өмөтөгөҙҙө юғалтмағыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, ваҡыт күберәк үткән һайын, ҡотолоу мөмкинлегегеҙ ҙә арта.

 

Авиатранспорт ҡулланыу

  • Мөмкинлегегеҙ булһа, тәҙрә эргәһенән йә самолеттың артҡы яғынан урын алырға тырышығыҙ.
  • Күршеләрегеҙ үҙҙәрен нисек тотоуҙарына иғтибар итегеҙ;
  • Аэропорттың хәүефһеҙлек зонаһынан ситтә урынлашҡан сауҙа нөктәләренә һәм туҡланыу пункттарына бармаҫҡа тырышығыҙ;
  • Шикле багаждар һәм ғәмәлдәр тураһында шунда уҡ самолет экипажына йәки хәүефһеҙлек зонаһы персоналына хәбәр итегеҙ.

Аэропортҡа һөжүм итһәләр:

  • хәүефһеҙерәк урын табырға тырышығыҙ;
  • йүгермәгеҙ;
  • әгәр бындай ғәмәлдәрҙең һөҙөмтәлелегенә тулыһынса ышанмаһағыҙ, именлек көстәренә ярҙам итмәгеҙ.

 

Террорсылар самолетты ҡулға алһалар

Бер ниндәй шарттарҙа ла паникаға бирелмәгеҙ, һикермәгеҙ, ултырғыста ултырыуығыҙҙы дауам итегеҙ. Террорсылар менән бәхәскә инмәгеҙ, ҡорал ҡулланыуға этәрмәгеҙ. Махсус әҙерлек булмағанда уларҙы үҙ аллы зарарһыҙландырырға тырышмағыҙ, күршеләрегеҙҙе бынан һаҡлағыҙ.

  • Террорсылар тарафынан булған кәмһетеүҙәр һәм мыҫҡыллауҙар менән килешегеҙ;
  • Пассажирҙар менән террорсылар тураһында һөйләшмәгеҙ;
  • Әгәр пассажирҙар араһында балалар йәки ауырыу кешеләр булһа, ризаһыҙлығығыҙҙы белдермәгеҙ, үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ. Һәр төрлө кире эмоцияларҙың сағылышы хәлде киҫкенләтеүе мөмкин.
  • Нимә генә булһа ла, экипаж ағзаларын яҡларға тырышмағыҙ. Һеҙҙең ҡыҫылыуығыҙ хәлде ҡатмарлаштыра ғына ала.
  • Әгәр һеҙ экипаж ағзаларының береһе самолеттан төшкәнен күрһәгеҙ, был фактҡа башҡа пассажирҙарҙың иғтибарын йәлеп итмәгеҙ. Экипаждың эшмәкәрлеген террорсылар күрә ала.

Террористик акт ҡурҡынысы янағанда ғәмәлдәр

  • Транспорт объекттарында, мәҙәни-күңел асыу, спорт һәм сауҙа үҙәктәрендә булғанда тирә-яҡта ниндәй хәлдәр барғанын күҙҙән ысҡындырмағыҙ;
  • Онотолған әйбер тапһағыҙ, был хаҡта водителгә, объект хеҙмәткәрҙәренә, именлек хеҙмәтенә, полицияға хәбәр итегеҙ. Тик уға теймәгеҙ.
  • Әгәр көтмәгәндә именлек көстәре һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары әүҙемләшә башлаһа, ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы еңеп икенсе яҡҡа барығыҙ, тик йүгермәгеҙ, һеҙҙе дошман тип ҡабул итеүҙәре бар.
  • Теракт әҙерләнеүе тураһында осраҡлы рәүештә белеп ҡалһағыҙ, шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итегеҙ.

Фото: nac.gov.ru.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: