Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Апрель , 13:00

Туҡтаттылар

Малайҙар 30 мартта уҡ ғәйеп булғайны. Уларҙы йөҙәрләгән кеше эҙләне һәм бөгөн килеп...

Туҡтаттылар
Туҡтаттылар

Өфөлә юғалған ике малайҙы 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов менән 13 йәшлек Павел Паличевты, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле һаман тапманылар. Малайҙар 30 мартта уҡ ғәйеп булғайны. Йөҙәрләгән кеше өс аҙнанан ашыу малайҙарҙы табыу өсөн бар көсөн һалды, көн тимәй, төн тимәй эҙләүгә сыҡты. Бының өсөн “Лиза Алерт” эҙәрмәндәре штаб та ойошторғайны.

Ошоға тиклем эҙәрмәндәр көн һайын йәйәүләп Ағиҙел яры буйын ҡарауҙы дауам итте. Эҙләү районы Кушнаренко ауылына тиклем оҙайтылды. Шулай уҡ оптик приборҙар ярҙамында һыу акваторияһын ҡарайҙар. Йылғала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының янғын-ҡотҡарыу часы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Өфөнөң граждандарҙы һаҡлау идаралығы белгестәре эшләй. Тик һөҙөмтә юҡ, малайҙар табылманы.

Ә әле асыҡланыуынса, бөгөндән малайҙарҙы эҙләү буйынса оператив штаб ябыла. Был турала “Лиза Алерт”хәбәр итте. Әммә көн һайын бурыстарҙы үтәүгә автоном төркөмдәр сығасаҡ.

“Әгәр һеҙ "ЛизаАлерт“ ирекмәне булырға һәм эҙләүҙә ҡатнашырға теләһәгеҙ, беҙҙең анкетаны тултырығыҙ, һәм беҙ һеҙҙең менән мотлаҡ бәйләнешкә инербеҙ. Беҙгә битараф булмаған көрәштәштәр кәрәк. Күмәкләп күберәк эшләй алабыҙ”, – тине Башҡортостан Республикаһында “Лиза Алерт” отряды эҙәрмәндәре.

Фото: "Лиза Алерт". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: