Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Апрель , 10:50

Көслө ғәрәсәт үтте...

Берәүҙәрҙең түбәһен бағана башына элеп ҡуйған... 

Көслө ғәрәсәт үтте...
Көслө ғәрәсәт үтте...

23 апрелдә күрше Татарстандың бер нисә районында көслө ғәрәсәт үтте. Көслө ел-дауыл, ҡойма ямғыр арҡаһында йорт-ҡаралтылар, башлыса ҡыйыҡтар, автомобилдәр зыян күрҙе.

Был фотолар Балтаста (Татарстан Республикаһы) төшөрөп алынған. “Кисәге ғәрәсәт берәүҙәрҙең түбәһен бағана башына элеп ҡуйған”, - тип яҙҙылар социаль селтәрҙә.

Тәбиғәт көйһөҙлөгәнән башлыса Бөй, Зеленодольск һәм Апас райондары зыян күргән.

Бәлә-ҡаза үҙегеҙҙе лә, йорт-ҡурағыҙҙы, донъяғыҙҙы ла урап үтһен! 

Фотолар: vk.com/public213516968 (“Бергә күңелле!” төркөмөнән) һәм РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Көслө ғәрәсәт үтте...
Көслө ғәрәсәт үтте...
Көслө ғәрәсәт үтте...
Көслө ғәрәсәт үтте...
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: