Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 29 апрелдә Өфөлә Аҡбирҙе - Ноғай автомобиль юлында авария теркәлгән.
Унда алты кеше зыян күргән, шул иҫәптән 15 - 17 йәшлек өс үҫмер. Зыян күргәндәрҙең барыһын да дауаханаға оҙатҡандар.
Бәрелеш шул тиклем көслө булған, ике автомобиль дә юлдан ситкә сығып түңкәрелгән.
Авария сәбәптәре асыҡлана.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Фотолар: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.