Хәүефһеҙлек
2 Май 2024, 12:00

Биш кеше үлгән аварияла тере ҡалған егет һауыҡҡан

Ә ҡыҙҙың хәле ныҡ ауыр...

Биш кеше үлгән аварияла тере ҡалған егет һауыҡҡанБиш кеше үлгән аварияла тере ҡалған егет һауыҡҡан
Биш кеше үлгән аварияла тере ҡалған егет һауыҡҡан

Бөгөн республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында биш кеше һәләк булған аварияла иҫән ҡалған кешеләрҙең һаулыҡ торошо тураһында хәбәр иттеләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был авария 19 апрелдә Өфөгә ингән ерҙә булғайны. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “КамАЗ” һыу һибеү машинаһы менән идара иткән Өфө районынан 39 йәшлек ир боролоп китеп барған саҡта “ВАЗ-2115” менән бәрелеште. Еңел машинаға Өфө районынан 22 йәшлек егет идара иткән.

Юл-транспорт ваҡиғаһында еңел автомобилдән водитель һәм уның пассажирҙары, 22 һәм 20 йәшлек егеттәр һәм 18 йәшлек ике ҡыҙ һәләк булды. 21 йәшлек егет менән ҡыҙ иҫән ҡалған. Уларҙың барыһы ла, һәләк булған бер пассажирҙы иҫәпкә алмағанда, Өфө районында йәшәүселәр. Ул - Өфөнән.

Асыҡланыуынса, бөгөн йәрәхәтләнгән егетте дауахананан сығарғандар. Ул өйөнә ҡайтасаҡ. Ә бына ҡыҙҙың хәле насар – ул һаман реанимацияла. Уҙған аҙнала ул күҙҙәрен асты тигәйнеләр, тик бер нимәгә лә реакцияһы юҡ.

Фото: ЮХХДИ. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас