Хәүефһеҙлек
3 Май 2024, 15:15

Алты йәшлек баланың ғүмере өҙөлдө

Ата-әсәнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ... 

Алты йәшлек баланың ғүмере өҙөлдөАлты йәшлек баланың ғүмере өҙөлдө
Алты йәшлек баланың ғүмере өҙөлдө

Бөгөн көндөҙ Белорет районының Тирлән ауылында ҡурҡыныс ваҡиға теркәлде. Алты йәшлек малай йөк машинаһы аҫтында ҡала. Ул үҙенең иптәштәре менән велосипедта Матросов урамы буйлап йөрөгән була. Шул уҡ юлдан ағас тейәгән “КамАЗ” йөк машинаһы килеп сыға. Бала ҙур машинаның артҡы тәгәрмәсенә эләгә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малай иҫән ҡалмаған – ауыр йәрәхәттәр арҡаһында ул урында уҡ һәләк була. Әлеге ваҡытта бында ашығыс хеҙмәттәр һәм юл полицияһы эшләй. Улар аварияның сәбәбен асыҡларға тейеш. Тик нисек кенә булмаһын, бәләкәстең ғүмерен кире ҡайтарып булмай.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Балалар өсөн юлда хәүефле миҙгел башланды. Көндәр йылытыу менән улар велосипедтарҙа һәм мопедтарҙа юлда йөрөйәсәк. Был ваҡытта бик ипле булырға кәрәк. Уларға ҡағиҙәләрҙе ныҡлап аңлатығыҙ, хәүефһеҙлек тураһында иҫкәртегеҙ. Ә инде алты ғына йәшлектәрҙе яңғыҙҙарын урамға сығармағыҙ.

Фото: ЮХХДИ. 

Алты йәшлек баланың ғүмере өҙөлдө
Алты йәшлек баланың ғүмере өҙөлдө
Алты йәшлек баланың ғүмере өҙөлдө
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас