Хәүефһеҙлек
3 Мая 2024, 07:30

Ете бала һәләк булған...

Янғындар Мишкә, Белорет, Бишбүләк һәм Дыуан райондарында шәхси йорттарҙа теркәлгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ете бала һәләк булған...Ете бала һәләк булған...
Ете бала һәләк булған...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 3 майға ҡарата Башҡортостанда дүрт янғында ете бала һәләк булған, былтыр ошо уҡ осорға ҡарата – бер бала.

Янғындар Мишкә, Белорет, Бишбүләк һәм Дыуан райондарында шәхси йорттарҙа теркәлгән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре өлкәндәрҙе уяу булырға саҡыра:

  • Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
  • Уларҙы янғында дөрөҫ эш итергә өйрәтегеҙ!
  • Төндә бөтә электр приборҙарын һүндерегеҙ!
  • Электр үткәргесен ҡарап, иҫкеһен алмаштырырға!
  • Йортта янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйырға һәм янғын һүндергес һатып алырға!

Балаға шәхси йортта янғын сыҡҡанда уның төп бурысы эвакуацияланыу икәнлеген аңлатығыҙ. Йәшенмәгеҙ, уйынсыҡ йәки бесәй артынан йүгермәгеҙ, ә йорттан сығығыҙ!

Хәүефһеҙлек һеҙҙән башлана!

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Ете бала һәләк булған...
Ете бала һәләк булған...
Автор:Рәмилә Мусина