Хәүефһеҙлек
4 Май 2024, 06:50

Карьерға юлда контроль пост ойошторолған

Тәртип боҙоуҙарҙы асыҡлау буйынса эш дауам итә.

Карьерға юлда контроль пост ойошторолғанКарьерға юлда контроль пост ойошторолған
Карьерға юлда контроль пост ойошторолған

Бөгөн Башҡортостандың Транспорт министрлығы хеҙмәткәрҙәре БР юл хужалығы идаралығы вәкилдәре менән бергә Салауат районы Мөрсәлим ауылындағы карьерҙы барып ҡараны.

Алдан баһалауҙар буйынса, бынан тәүлегенә 8 мең тонна ҡырсын ситкә сығарыла. Транспорт саралары артыҡ тейәлгән йөк менән уҙыу сәбәпле юл боҙолған.

Бөгөнгө көнгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһе буйынса, был юлдан ҙур йөк машиналарын йөрөтөү туҡтатылған.

Ространснадзор Салауат районында ҙур йөк тейәгән транспорт сараларына даими контроль пост ойошторған, тиҙҙән ул тәүлек әйләнәһенә эшләй башлаясаҡ.

Тәртип боҙоуҙарҙы асыҡлау буйынса эш дауам итә.

Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Карьерға юлда контроль пост ойошторолған
Карьерға юлда контроль пост ойошторолған
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас