+24 °С
Ямғыр
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан Республикаһында хәүефле һауа торошо хаҡында иҫкәрnnt: 6 майҙа көндөҙ һәм кис республика буйынса көслө ел, дауыл көтөлә, урыны менән секундына 21-26 метр тиҙлектә иҫәсәк.
Белеүебеҙсә, майҙың беренсе көнөндә көслө ямғыр һәм ел, дауыл Белоретта Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының ҡыйығын алып ташланы (һүрәттә). Ошондай бәлә-ҡазалар барыбыҙҙы ла урап үтһен!
Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда 112 телефонына шылтыратығыҙ.
Фото: vk.com/belrab?from