Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Май 2024, 22:30

Тиҫтерҙәре 14 йәшлек ҡыҙҙы туҡмаған

Бынан тыш ай һайын аҡса талап итәләр... Рәсәй Тәфтиш комитеты етәксеһе Ноғай ауылында ҡыҙҙы туҡмау эше буйынса доклад талап итә.

Тиҫтерҙәре 14 йәшлек ҡыҙҙы туҡмаған
Тиҫтерҙәре 14 йәшлек ҡыҙҙы туҡмаған

Рәсәй Тәфтиш комитетының етәксеһе Александр Бастрыкин Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы етәксеһе Владимир Архангельскийға Ноғай ауылындағы үҫмерҙәрҙең бәлиғ булмаған ҡыҙға һөжүм итеүе осрағы буйынса енәйәт эшен тикшереү барышы тураһында доклад менән сығыш яһарға ҡушты.

Был хәл Ноғай ауылы үҙәгендә көпә-көндөҙ булған. Унда 15 – 17 йәштәге дүрт ҡыҙ 14 йәшлек мәктәп уҡыусыһын туҡмаған. Шунан һуң 14-се модель айфонын тартып алалар һәм тәүлегенә 500 һум биреп торорға, унан тыш тағы ла 5500 һум аҡса бирергә ҡушалар.

14 йәшлек ҡыҙҙың дуҫының телефонына яңылыш зыян килтереүе арҡаһында ошондай үс алыу юлын һайлаған был үҫмерҙәр. Зыян күргән ҡыҙҙың әсәһе полицияға мөрәжәғәт иткән. Ҡыҙҙың тәнендә күгәргән һәм һыҙырылған урындар бар. Был факт буйынса Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы талау билдәләре буйынса енәйәт эшен тикшерә.

Фото: скриншот.

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас