Хәүефһеҙлек
9 Май 2024, 12:00

Халыҡҡа бер ниндәй ҙә хәүеф янамай

Салауаттағы сәнәғәт зонаһына БПЛА һөжүм итеүе осрағы буйынса етәкселәр һәм белгестәр фекерен белдерҙе.

Халыҡҡа бер ниндәй ҙә хәүеф янамайХалыҡҡа бер ниндәй ҙә хәүеф янамай
Халыҡҡа бер ниндәй ҙә хәүеф янамай

Бөгөн Салауат ҡалаһындағы сәнәғәт зонаһына БПЛА һөжүм иткән. Һөҙөмтәлә “Газпром нефтехим Салауат” ҡорамалдарының береһендә төтөн барлыҡҡа килгән.

Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, әле предприятие штатлы режимда эшләй.

“Әлеге ваҡытта көс ведомстволары етәкселәре ваҡиға урынына барырға сыҡҡан. Хәлде контролдә тотабыҙ. Был беҙҙең байрамды боҙорға теләүҙәрелер, әммә беҙ провокацияға бирелмәйбеҙ. Беҙҙең хеҙмәттәр тейешле режимда эшләй”, – тине Радий Хәбиров.

"Һауа сифатын контролдә тотоу буйынса күсмә лаборатория шулай уҡ урында эшләй. Янғын һәм зыян күреүселәр юҡ”, – тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. Шулай уҡ улар Салауат халҡына бер ниндәй ҙә хәүеф янамауын белдерҙе.

Фото: Башинформ.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас