Хәүефһеҙлек
10 Май 2024, 09:40

"Был - ысын террористик һөжүм"

“Газпром нефтехим Салауат” майҙансығында Республика оператив штабының күсмә ултырышы үтте.

"Был - ысын террористик һөжүм""Был - ысын террористик һөжүм"
"Был - ысын террористик һөжүм"

10 майҙа Салауатта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Газпром нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте майҙансығында республика оператив штабының күсмә ултырышын үткәрҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Еңеү көнөндә, төшкө сәғәт 1-ҙәрҙә дошмандың пилотһыҙ осоу аппараты Салауат сәнәғәт зонаһына һөжүм итте. Һөҙөмтәлә “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһы объекттарының береһендә төтөн таралған. Зыян күреүселәр юҡ. Заводта технологик процесс боҙолмаған.

Башҡортостан Башлығы һөжүм урынын ҡараны, уның эҙемтәләрен бөтөрөүгә күпме ваҡыт кәрәк буласағын асыҡланы.

Оператив штаб ултырышында пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланып хәүефте юҡҡа сығарыу буйынса күрелгән саралар, республиканың алдынғы сәнәғәт предприятиеларының дрондан һаҡланыуын көсәйтеү кәрәклеге тикшерелде.

– Кисә был осраҡлы хәл генә түгел, ә ысын террористик һөжүм булды. Предприятиеның штат режимында эшләүе мөһим. Ике-өс көн дауамында пилотһыҙ аппарат һөжүме һөҙөмтәһендә булған шартлау һөҙөмтәләре буйынса ҙур булмаған ремонт эштәре үткәреләсәк. Предприятие хеҙмәткәрҙәренең барыһы ла ойошҡан рәүештә эшләй. Етештереү күрһәткестәренә лә был бер нисек тә тәьҫир итмәйәсәк, – тине Радий Хәбиров ултырыш йомғаҡтары буйынса. – Бөгөн предприятиеларҙың оборона системаһының нисек эшләүен ҡараныҡ. Беҙ һаҡланыу системаларын көсәйтеү буйынса бер нисә өҫтәмә сараны тикшерҙек. Был “Газпром нефтехим Салауат” компанияһына ғына түгел, ә беҙҙең бөтә ҙур нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү комплексына ҡағыла.

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/177858.html

"Был - ысын террористик һөжүм"
"Был - ысын террористик һөжүм"
"Был - ысын террористик һөжүм"
"Был - ысын террористик һөжүм"
"Был - ысын террористик һөжүм"
"Был - ысын террористик һөжүм"
"Был - ысын террористик һөжүм"
"Был - ысын террористик һөжүм"
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас