10 майҙа төнгө сәғәт 2-лә Иглин районының Иглин ауылындағы ике ҡатлы йорттоң верандаһында янғын сыҡҡан. Ут тиҙ тарала башлай һәм йорттан сығыу юлын өҙә. Ир ике һәм дүрт йәшлек балаларын, шулай уҡ ҡатынын тәҙрә аша сығарып өлгөрә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм ирекмәндәр дружинаһы янғынды һүндерә, күрше йортҡа ут таралыуына юл ҡуйылмай.
Янғында йорт ныҡ зыян күргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1989 йылғы ирҙең тәне бешкән (туғыҙ процент), йәрәхәт II дәрәжәлә тип баһалана.
Янғындың сәбәбен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе асыҡлай. Фараз буйынса, янғын электр үткәргесенең боҙолоуы арҡаһында килеп сығыуы ихтимал.
Йортта янғын тураһында иҫкәртеүсе прибор ҡуйылған, уны 2022 йылда балалары тыуғас, бала табыу йортонда биргәндәр.
Хөрмәтле дуҫтар!
Йорттарығыҙҙа янғынды иҫкәртеүсе прибор урынлаштырығыҙ, улар өйҙә төтөн сығыуы тураһында ваҡытында хәбәр итер.
Янғын һүндергес һатып алығыҙ, ул утты тоҡанған саҡта уҡ һүндерергә ярҙам итеүе мөмкин.
Балаларҙы янғын ваҡытында дөрөҫ эш итергә өйрәтегеҙ.
Хәүефһеҙлек һеҙҙән башлана!