Хәүефһеҙлек
13 Май 2024, 11:45

"Быйыл беҙ бәхетле булдыҡ"

Башҡортостандағы гидротехник ҡоролмаларҙың эшенә анализ яһалды.

"Быйыл беҙ бәхетле булдыҡ""Быйыл беҙ бәхетле булдыҡ"
"Быйыл беҙ бәхетле булдыҡ"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә яҙғы ташҡын осоронда республика гидротехник ҡоролмаларҙың эшенә анализ яһалды.

Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов Башҡортостанда һыу хужалығы тәғәйенләнешендәге 491 гидротехник ҡоролма файҙаланылыуы хаҡында һөйләне. Уларҙың дөйөм эш күләме 100 мең кубометр тәшкил итә.

– Бөтә гидротехник ҡоролмаларҙа әҙерлекте билдәләнгән ваҡытта үткәрҙек, ташҡынды үткәреү стратегияһын әҙерләнек, ул үҙен тулыһынса аҡланы, – тип хәбәр итте Нияз Фазылов. – Ташҡын штат режимында үтте, аварияларға юл ҡуйылманы.

Ағиҙел йылғаһы бассейнындағы яҙғы ташҡын уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә яҡын булды, ә Урал йылғаһы бассейнындағыһы уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән артып китте. Ташҡын ваҡытында Урал аръяғында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау өсөн файҙаланыу хеҙмәтенең эшен көсәйттеләр һәм ауыр ер ҡаҙыу техникаһының дежурлығын ойошторҙолар.

– Беҙ Ырымбур өлкәһенән коллегаларыбыҙ менән дә хеҙмәттәшлек иттек, сөнки Таналыҡ йылғаһы бассейны ағымдары Ирәкле һыуһаҡлағысына эләгә, ә Һаҡмар йылғаһы бассейны һыуһаҡлағысы ағымы Ырымбур янындағы Урал йылғаһына ҡоя, – тине Нияз Фазылов. – Ташҡын башланғандан алып тәүлегенә ике тапҡыр был һыуһаҡлағыстарҙың һыу ағып китеүенә бәйле мәғлүмәттәр ебәрелде. Һыу ташлау сығымдарының бер өлөшөн Урал йылғаһы бассейны һыуһаҡлағыстарында туплай алдылар.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына күҙәтеү органдары менән берлектә гидротехник ҡоролмаларҙың торошона баһа бирергә ҡушты.

– Быйыл беҙ бәхетле булдыҡ. Башҡа төбәктәрҙә әлегә тиклем ташҡын эҙемтәләрен төҙәтәләр, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Әммә ҡоролмаларыбыҙ йыл һайын ташҡынға әҙер булырға тейеш.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас