Хәүефһеҙлек
14 Май 2024, 09:15

Был машина инде 42 йыл хеҙмәт итә һәм әле лә бирешмәй

Баҡалылар янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһенә етди ҡарай

Был машина инде 42 йыл хеҙмәт итә һәм әле лә бирешмәйБыл машина инде 42 йыл хеҙмәт итә һәм әле лә бирешмәй
Был машина инде 42 йыл хеҙмәт итә һәм әле лә бирешмәй

Баҡалы районында командировкала булғанда район ауыл биләмәләре хакимиәттәренең янғын һүндереүгә әҙерлегенә арналған смотрҙа булып, муниципалитеттарҙың “ҡыҙыл әтәскә” ҡаршы тороуға әҙерлеге менән яҡындан таныштыҡ.

Баҡалы район Советы секретары Зөфәр Суфиян улы Зиәзетдинов белдереүенсә, ирекле янғын һүндереү дуржинаһы һәр бер ауыл советында бар.

– Районда 17 ауыл советы ла янғын һүндереү ҡорамалдары, йыһаздары менән тәьмин ителгән. Ирекле янғын һүндереү дружиналары ойошторолған, ундағы егеттәр махсус кейем менән дә тәьмин ителгән. Был сара йыл да үтә. Бындай етди, яуаплы әҙерлек янғын сыҡҡан урынға оператив барып, утты ваҡытында һүндерергә ярҙам итә. Ошоға бәйле йорт-ҡуралар, кеше ғүмерҙәре һаҡланып ҡала. Берҙәм диспетчер хеҙмәте лә оператив, һәр саҡ бәйләнештә тора, ауыл советтары менән берҙәм эшләйҙәр, – тип һөйләне Зөфәр Суфиян улы.

Баҡалы районында барлыҡ ауыл советы биләмәләрендә лә янғын һүндереү техникаһын һаҡлау һәм ҡуйыу өсөн урындар булдырылған. Алты ауыл советы биләмәһе, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, депо эшләткән. Шулай уҡ ауыл советтары үҙ көстәре, урындағы хужалыҡтар менән берлектә, был мәсьәләне хәл иткән.

Смотрҙа, беҙ бала саҡта күреп үҫкән, “ГАЗ 53” автомобиле иғтибарҙы йәлеп итте. Ул Ҡамышлытамаҡ ауыл биләмәһенең янғын һүндереү техникаһы булып сыҡты. Ҡамышлытамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Әхәт улы Раянов белдереүенсә, был машина инде 42 йыл хеҙмәт итә һәм әле лә бирешмәй, яҡшы эшләй.

– Башта унда колхозға май ташынылар. Хужалыҡ техниканы яңыртҡас, был машинаны янғын һүндереү командаһына биргәндәр. Ә беҙгә “Таң” кооперативынан мираҫ булып ҡалды. Ул саҡта кооператив янғын һүндереү командаһын хеҙмәтләндерә ине, шунан беҙгә күсерҙеләр. Шул мәлдән был автомобилде төҙөк хәлдә тотабыҙ. Ул бокста тора, бинаны ҡышын утын менән йылытабыҙ. Йәй төҙөкләндереү эштәрендә иҫке йорттарҙы, мунсаларҙы һүтһәк, шул ағастарҙы алып килеп утын әҙерләп ҡуябыҙ. Ҡартайған тирәктәр бар, шуларҙы ҡырҡабыҙ. Бокс ауыл хакимиәте бинаһы янында, водитель ҡышын иртәнсәк эшкә килгән саҡта һәм кисен ҡайтҡан саҡта мейесте яғып тора. Был машина 1982 йылғы, водитель менән бер йәштә. Һуңғы йылдарҙа беҙҙә янғындар булғаны юҡ. Өс йыл элек Ҡамышлы ауылында бер егет өй алдын таҙартып, сүп-сарҙы үртәп, ут сығара яҙҙы – ваҡытында һүндереп өлгөрҙөк. Мин 22 йыл ауыл биләмәһе башлығы булып эшләйем, был осорҙа ауылда янғында кеше вафат булған осраҡтар теркәлмәне, – тип уртаҡлашты Илшат Раянов.

Смотрға ҡуйылған техникалар араһында 1982 йылғы янғын һүндереү машинаһы ла бар.

– Мин 2013 йылда Бозор ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләй башлағанда был машина бар ине. Ауыл халҡы элекке район хакимиәте башлығы Александр Георгиевич Андреевҡа мөрәжәғәт итеп алған. Беҙҙең ҡышын йылытылған гараж бар. Машинаны аҙнаһына ике-өс тапҡыр эшләтеп, “хәрби” әҙерлеген тикшереп алабыҙ. Бозор ауыл биләмәһенә дүрт ауыл ҡарай. Һуңғы йылдарҙа йорт-ҡура янған осраҡтар булғаны юҡ, Аллаға шөкөр. Үлән тоҡанған саҡта ла тиҙ генә һүндереп торабыҙ, – тине Бозор ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Гөлгөнә Мәхмүт ҡыҙы Васильева.

Әйтергә кәрәк, ауыл биләмәләренең бөтәһе лә янғын һүндереү машинаһы менән тәьмин ителмәгән, әммә улар ҙа был мәсьәләне үҙҙәренсә хәл иткән – махсус һыу цистернаһы алған. Иҫке Шәрәшле ауыл биләмәһе хакимиәте лә смотрға һыу цистернаһы менән килгән.

– 2020 йылда һыу цистернаһын алдыҡ. Ауыл биләмәһенең тракторы юҡ. Смотрға шәхси эшҡыуар Владимир Анатольевич Белоусов тракторы менән килде, ул һәр саҡ ҡулланыуға техникаһын биреп тора. Уға рәхмәт. Ике кубометр һыу һыйған һауытты “Реаль эштәр” программаһы ярҙамында алдыҡ. Уны һаҡлау өсөн 2022 йылда йылы бина эшләнек. Унда йылы, һыу туңмай, 10 градус температураны тотабыҙ. Беҙҙең ауыл хакимиәтенә һигеҙ ауыл ҡарай, шуға ла үҙебеҙҙең трактор булһа, яҡшы булыр ине. Был мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә эшләйбеҙ, әммә әлегә ундай мөмкинлек юҡ,  – тине Иҫке Шәрәшле ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Инсаф Йәғәфәр улы Яппаров.

Янғын хәүефһеҙлегенә арналған смотрҙа күренеүенсә, Баҡалы районында янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһенә етди ҡарайҙар. Шуғалыр ҙа инде һуңғы йылдарҙа янғында үлгән кешеләр юҡ.

Марат ҒАРИФУЛЛИН, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының 65-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы начальнигы:

– Райондың 17 ауыл биләмәһендә лә янғын һүндереү техникаһы бар. Йәйге-көҙгө миҙгелгә техника әҙер, төҙөк. Дөйөм алғанда, ауыл биләмәләре хакимиәттәре янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә әҙер. Апрелдәге эҫе көндәр ваҡытында үлән, сүп-сар яныуға бәйле ике осраҡ теркәлде. Ғәйепле кешеләргә ҡарата сара күрелде. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, янғындар һаны бишәүгә кәм. Быға ямғырҙар яуыуы ла булышлыҡ итте, йәшел үлән тиҙ ҡалҡты – был да ыңғай йоғоното яһай.

Смотр ваҡытында техниканың төҙөклөгөнә айырыуса иғтибар итәбеҙ. Ауылдарҙа янғын булған саҡта ирекле янғын һүндереү дружиналары ваҡиға урынына беҙҙән алда барып өлгөрә һәм беҙ килгәнсе уттың таралыуына юл ҡуймай, күрше биналарҙы һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә. Улар яҡын, эргәлә – был мобиллекте тәьмин итә.

Беҙҙең янғын часында 33 кеше эшләй, өс берәмек техника бар. Даими күнекмәләр үткәреп, хәрби әҙерлекте тикшереп торабыҙ. Коллектив татыу, берҙәм. Янғынға ваҡытында сығалар.

Янғындарҙы иҫкәртеү эшен алып барабыҙ. Имен булмаған ғаиләләргә айырыуса иғтибар итәбеҙ, уларға хәүеф нығыраҡ янай. Мәҫәлән, яңыраҡ Ҡуян ауылында төнгө сәғәт өстә ир кешенең түшәктә ятҡан килеш тәмәке тартыуы арҡаһында янғын сыҡҡан. Ярай, ваҡытында уянып, сығып өлгөргән. Шуға ла полиция, ауыл биләмәһе хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре һәм беҙ ҙә иҫкәртеү эше алып барырға тейешбеҙ.    

Мәғлүм булыуынса, 27 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы режим индерелде һәм ул айырым ҡарар сыҡҡанға тиклем ғәмәлдә ҡала.

Был осорҙа урман фонды биләмәһендә усаҡ яғыу, үлән яндырыу, шулай уҡ урманға терәлеп ятҡан ер участкаларында сүп-сар үртәү тыйыла.

Урмандарға йөрөү, тәмәке һәм янған шырпыларҙы ергә ташлау, урман аҡландарында үлән яндырыу, шулай уҡ баҫыуҙарҙа һәм урмандарҙа һөрөнтө ерҙе яндырырға ярамай.

Янғынға ҡаршы талаптарҙы үтәмәгән өсөн штрафтар икеләтә арта.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда 112 һанына шылтыратығыҙ.

Рәмилә МУСИНА фотолары.

Был машина инде 42 йыл хеҙмәт итә һәм әле лә бирешмәй
Был машина инде 42 йыл хеҙмәт итә һәм әле лә бирешмәй
Был машина инде 42 йыл хеҙмәт итә һәм әле лә бирешмәй
Был машина инде 42 йыл хеҙмәт итә һәм әле лә бирешмәй
Был машина инде 42 йыл хеҙмәт итә һәм әле лә бирешмәй
Был машина инде 42 йыл хеҙмәт итә һәм әле лә бирешмәй
Был машина инде 42 йыл хеҙмәт итә һәм әле лә бирешмәй
Был машина инде 42 йыл хеҙмәт итә һәм әле лә бирешмәй
Был машина инде 42 йыл хеҙмәт итә һәм әле лә бирешмәй
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас