Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Май , 18:45

Ебәк күбәләк сигенергә ашыҡмай

Ҡоротҡос менән көрәшеү саралары тураһында белгестәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ

Ебәк күбәләк сигенергә ашыҡмай
Ебәк күбәләк сигенергә ашыҡмай

«Рослесозащита» — «Башҡортостан Республикаһының Үҙәк лабораторияһы» федераль бюджет учреждениеһы филиалы директоры Сергей Бутин аңлатыуынса, ҡарышлауыҡтар имән, ҡайын һәм емеш ағастары менән туҡлана. Эпидемиялар ике-өс ҡоро йылдан һуң барлыҡҡа килә. Ебәк ҡорто өсөн һалҡын ҡыш хәүефле, ә быйыл ҡыш Башҡортостанда ул тиклем һыуыҡ булманы. Көслө ел уларҙың таралыуына ҙур өлөш индерә. Бөгөн был хаҡта "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында үткән сарала белгестәр ентекләп һөйләне.

Былтыр ебәк күбәләге ҡарышлауыҡтары яҡынса 1 миллион гектар майҙанда урманға зыян иткән. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, киләһе йылда ла ошондай уҡ күләмдәге майҙанға хәүеф янай. Белгестәр фаразлауынса, эпидемия көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан хәрәкәт итә. Өфө, Кушнаренко, Саҡмағош райондары күберәк зыян күреүе ихтимал. 

Василий Мартыненко, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө тикшеренеү үҙәге етәксеһе:

- Ғалимдар һаман да ебәк күбәләгенең һуңғы йылдарҙағы әүеҙмләшеүенә аныҡ аңлатыу таба алмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәбиғәт шарттарында был ҡарышлауыҡтарҙы ашаған ҡоштар аҙ, ни бары өсәү генә. Иң ҡыҙығы – барыбыҙға ла таныш кәкүк ебәк күбәләгенең ҡарышлауығын ашай ала. Ҡарышлауыҡтар йөнтәҫ һәм ағыулы. Бары ошо ағыуға ҡаршы тора алған ҡоштар ғына улар менән туҡлана ала. Һуңғы йылдарҙа кәкүктәрҙең күбәйеүен дә ошо факт менән аңлатырға була.
Мине борсоған тағы бер мәсьәлә – ебәк күбәләгенә ҡаршы химик ысулдар ҡулланыу мөмкинлегенең сикле булыуы. Ғәҙәттән тыш хәл булған ваҡытта дарыуҙарҙы һатып алыуға ла, уларҙы ҡулланыуға ла сикләү булырға тейеш түгел. Умартасылар менән эш итеү системаһы һәйбәт ойошторолған, шуға был йәһәттән ҡыйынлыҡтар булмаҫ тип уйлайым. Ә закон сығарыусылар менән беҙгә тығыҙ эшләргә кәрәк.

Республика халҡы сиған көйәләренең таралыу томанлығын асыҡларға ярҙам итә һәм урманды һаҡлау үҙәгенә отчет бирә ала. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенең телефон номеры — 8-800-100-94-00.
Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды.

Ебәк күбәләк сигенергә ашыҡмай
Ебәк күбәләк сигенергә ашыҡмай
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: