+21 °С
Облачно
Словакия премьер-министры Роберт Фицога һөжүм иткәндәр. Был хаҡта "Pravda" баҫмаһына һылтанып, РИА Новости хәбәр итә.
«Роберт Фицоны хөкүмәттең күсмә ултырышынан һуң яраланылар, һөжүм итеүсе бер нисә тапҡыр атты, уны полиция ҡулға алды", - тиелә.
Матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, был хәл сәйәсмән халыҡ алдына сыҡҡас була, атыу тауышынан ул ергә йығыла. Уның бите, эсе һәм күкрәге яраланған. Хәле ауыр тип баһалана.
Фото: асыҡ сығанаҡтан