Апрелдә Өфө янында булған авария бар республиканы тетрәндергәйне. Унда бер юлы биш йәш кеше һәләк булды, тағы икәү йәрәхәттәр алды.
Йәрәхәтләнгән егет бер нисә аҙна эсендә һауығып сыҡты, ә Регина исемле ҡыҙ ошоға тиклем дауаханала ине. Табиптар шунда уҡ уның хәлен үтә ауыр тип баһаланы һәм артабанғы күҙаллауҙарын әйтмәне. Ҡыҙ оҙайлы ваҡыт реанимацияла ятты. Шулай уҡ күҙҙәрен асыуы, тик бер нимәгә лә реакцияһы булмауы тураһында хәбәр ителгәйне.
Әле иһе уның хәле тураһында анығыраҡ билдәле булды. Шул ҡыуаныслы: ҡыҙ һауыға башлаған. Уны реанимациянан нейрохирургия бүлексәһенә күсергәндәр. Регина күҙҙәрен асҡан, тирә-яҡтағы хәлде аңлай. Уны әсәһе ҡарай. Шулай уҡ ҡыҙға бер нисә ҡатмарлы пластик операция яһағандар. Табиптар белдереүенсә, ҡыҙҙың йөрәге ныҡ көслө, шуға күрә көрсөктө еңә алған.
Фото: Телеграм.