Бөгөн Балтас яҡтарынан күңелһеҙ хәбәр килде. Кисә Иҫке Балтас – Асҡын юлының 11-се километрында авария теркәлгән. Кешеләр юлда ир кешенең үле кәүҙәһе табылыуы тураһында хәбәр иткән. Урынға барған полиция хеҙмәткәрҙәре юлдан осҡан автомобиль янында ятҡан ирҙе тапҡан.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Audi A6 автомобиле рулендәге Ҡалтасы районының 31 йәшлек кешеһе идараны юғалтҡан. Һөҙөмтәлә машина урман яғына ауған. Ир алған йәрәхәттәрҙән урында һәләк булған. Был хәл буйынса тикшереү башланған.
Әле ирҙең кемлеге асыҡланды. Ул махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән яугир булған. Ир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һәм авария көнөндә үҙҙәренә гуманитар ярҙам килтергән ирекмәнгә рәхмәт әйтер өсөн китеп барған.
Ғәҙәттә, йәй етһә, кешеләр тигеҙ юлда тиҙлекте арттыра башлай. Ә ҙур тиҙлек – ҙур хәүеф тигән һүҙ. Шуға күрә рөхсәт ителгән тиҙлекте арттырмай ғына йөрөүегеҙ һорала. Был үҙегеҙҙең дә, тирә-яҡтағы кешеләрҙең именлеге өсөн дә мөһим.
Фото: ЮХХДИ.