Хәүефһеҙлек
28 Май 2024, 14:00

Дамирҙы ла табыр кәрәк...

Ирекмәндәр һәр кешене тапҡансы “ул тере” тигән ышаныс менән эшләй.

Дамирҙы ла табыр кәрәк...Дамирҙы ла табыр кәрәк...
Дамирҙы ла табыр кәрәк...

Ял көнө Ағиҙелдә Павел Паличевтың кәүҙәһе табылды. Ата-әсәһе малайҙың кәүҙәһен ҡараны һәм улдарын таныны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икенсе малай Дамир Әҙеһәмовтың яҙмышы ошоға тиклем билдәле түгел.

Был хәл тураһында республикала бөтәһе лә белә: малайҙар 30 мартта Өфөлә Ағиҙел буйында йөрөгәндә юғалды. Уларҙы эҙләү буйынса штаб ойошторолдо һәм көн һайын тиерлек ирекмәндәр сығып уларҙы эҙләй ине. Ике айға яҡын ваҡыт үткәс, штаб эше бер аҙ баҫылғайны. Әле иһә Павел табылғас, штаб етәкселәре әйтеүенсә, уларға килгән ирекмәндәр артҡан. Эш яңынан көндәлек тәртипкә ҡайтҡан һәм кешеләр Дамирҙы эҙләй башлаған.

“Кешеләр ярҙам итергә теләй. Яңынан эҙләүгә сығабыҙ, эште “көндәлек”кә күсерҙек. Кемдең мөмкинлеге бар, шулар сыға. Шулай хәл иттек. Быға тиклем һыу юғары ине һәм көн һайын ҡарауҙан мәғәнә булманы. Ә хәҙер әүҙемләшергә хәл иттек”, – тине штаб координаторы Николай Сынковский.

Уның белдереүенсә, штаб ирекмәндәре малайҙарҙың береһе "үле килеш табылды" тигән яңылыҡты ауыр кисерә. Һәр кешене тапҡансы улар “ул тере” тигән ышаныс менән эшләй.

Дамирҙы эҙләү дауам итә, ошоға тиклем уның яҙмышы билдәһеҙ.

Фото: "Лиза Алерт". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас