Рәсәйҙең Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы (ГИБДД) яңынан рәсми атамаһын алыштыра. Ул хәҙер Дәүләт автомобиль инспекцияһы (ГАИ) тип аталасаҡ. Ведомство начальнигы Михаил Черников хәбәр итеүенсә, бөтә норматив-хоҡуҡи документтар яңы атаманы иҫәпкә алып башҡарыла.
“Беҙ хәҙер Дәүләт автоинспекцияһы булдыҡ. ЮХХДИ атамаһын алабыҙ, эште закон нигеҙендә хәл иттек. Милиция булырмы, белмәйем, әммә Дәүләт автоинспекцияһы бар инде”,– тип ТАСС Михаил Черниковтың һүҙҙәрен килтерә.
Дәүләт автомобиль инспекцияһы (ГАИ) 1936 йылда барлыҡҡа килә. 1998 йылда ул Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына үҙгәртелә.
Ксения Калинина фотоһы. https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-28/gibdd-rossii-ofitsialno-pereimenovana-v-gosavtoinspektsiyu-3789165