Бөгөн, 31 майҙа, иртәнге сәғәт 6-лар тирәһендә Асҡын районында Яугилде – Суртан күле автомобиль юлының 36-сы километрында “Hyundai Creta” һәм “Hyundai Accent” автомобилдәре бәрелешкән.
Юл-транспорт ваҡиғаһында Ҡариҙел районынан булған “Hyundai Accent” автомобилендәге 34 йәшлек водитель шунда уҡ һәләк булған. “Hyundai Creta” автомобиленә идара иткән 58 йәшлек водитель дауаханаға оҙатылған. Ул – Асҡын районынан.
Дәүләт автоиспекцияһынан белдереүҙәренсә, “Hyundai Creta” автомобиленә ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан.
Хөрмәтле водителдәр, ял көндәре юлдарҙа хәрәкәт тағы ла көсәйә, сөнки халыҡ ял итергә, ауылға, баҡсаға ашыға, райондарҙа Һабантуй байрамдары уҙғарыла. Шуға ла уяулыҡты юғалтмағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Шулай уҡ бөгөн һәм ял көндәрендә Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре республикала рейдтар ойоштора, көсәйтелгән режимда эшләй. ДАИ хеҙмәткәрҙәре эскән, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған һәм башҡаларға хәүеф тыуҙырған водителдәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуға айырыуса иғтибар итә.
Фото: скриншот.