Хәүефһеҙлек
31 Май 2024, 04:00

Йоҡлаған шоферҙың машинаһы янып киткән

25 йәшлек ир юл буйындағы кафе янында ял итергә туҡтаған булған...

Йоҡлаған шоферҙың машинаһы янып киткәнЙоҡлаған шоферҙың машинаһы янып киткән
Йоҡлаған шоферҙың машинаһы янып киткән

Балтас районының Ташлыйылға ауылына яҡын ерҙә юл буйындағы "Альянс" кафеһы эргәһендә "Лада Веста" автомобиле туҡтаған. 25 йәшлек ир-егет машинаһында йоҡлап алмаҡсы булған.

Ни сәбәптәндер уның транспорты янып киткән, водитель һөрөм газын еҫкәп ағыуланған. Ваҡытында күреп ҡалып, ирекмәндәр һәм ҡотҡарыусылар янғынды һүндерә. зыян күреүсене дауаханаға оҙаталар.

Янғын сәбәптәре асыҡлана.

Фото: МЧС.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас