Хәүефһеҙлек
1 Июнь 2024, 17:20

18 йәшлек егет фажиғәле һәләк булған

Бәлә һәр ерҙә һағалай, һаҡ булығыҙ

18 йәшлек егет фажиғәле һәләк булған18 йәшлек егет фажиғәле һәләк булған
18 йәшлек егет фажиғәле һәләк булған

Бөгөн, 1 июндә, Әлшәй районы Раевка ауылы осондағы ташландыҡ карьерҙа 18 йәшлек үҫмер батып үлгән. Һыу эсендә ул муйынын ауырттырған һәм кире йөҙөп сыҡмаған. Уның кәүҙәһен полиция хеҙмәткәрҙәре һөйрәп сығарған.

Урындағы халыҡ әйтеүенсә, был карьерға төшөү тыйылған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәй етеп, көндәр эҫетеү менән ауылдағы бала-саға унда һыу инергә йөрөй.

Көндәр йылытыу менән кешеләр һыу буйҙарына тартыла, һыуға батыу хәүефе арта. Шуның өсөн  рөхсәт ителмәгән һыу ятҡылыҡтарына төшмәгеҙ, бер-берегеҙгә ҡарата иғтибарлы булығыҙ, балаларығыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас