Хәүефһеҙлек
4 Июня 2024, 10:00

Мутлашыусылар йоҡламай

Был юлы улар Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажиндың аккаунты аша эш иткән

Мутлашыусылар йоҡламайМутлашыусылар йоҡламай
Мутлашыусылар йоҡламай

Мутлашыусылар йоҡлап ятмай. Улар көндән-көн яңы ысулдар табып, кешеләрҙең кеҫәһенә төшөргә әҙер генә тора.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажиндың да телеграммдағы аккаунты мутлашыусылар ҡулына эләккән. Был хаҡта ул Бәйләнештәге сәхифәһендә хәбәр итте: "Өфөлә мутлашыуҙың яңы төрө барлыҡҡа килде. Өфө мәктәптәрен тамамлаусыларға минең ялған аккаунтымдан 5000 һум штраф түләтеүҙе талап итеп хаттар килә башланы. Мессенджер аша килгән телеграм хәбәрҙәрендә мин Башҡортостан Республикаһында төп дәүләт имтиханы буйынса комиссия рәйесе булараҡ тәҡдим ителәм. Уларҙа уҡыусының имтихан ваҡытында күсереп тотолоуы, уның эше ғәмәлдән сығарылыуы һәм 5 мең һум күләмендә административ штраф түләргә кәрәклеге тураһында әйтелә. ‼Был мәғлүмәттең ысынбарлыҡҡа бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ.‼ Мин төп дәүләт имтиханы буйынса комиссия рәйесе түгелмен һәм бер ниндәй штраф та түләтелмәй. Был бөтөнләй мөмкин түгел. Уяу булырға һәм мутлашыусыларҙың хәйләләренә бирешмәҫкә үтенәм".

Сығанаҡ: https://vk.com/a.khazhin

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас