2 июндә иртә таңда Өфөнөң Черниковка биҫтәһенең Ульяновтар урамында берәҙәк йорт хайуандары өсөн төҙөлгән приют янған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, утта 40 бесәй һәм өс эт һәләк булған.
Был һуңғы ваҡытта хайуандар өсөн приютты яндырыуҙың икенсе осрағы. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 26 майҙа “Өфөнефтехим” баҡса ширҡәтендә ағас йорт һәм эттәр торған тимер вольер янған. Унда ике эт үлгән, ҡалған 13-өн ҡотҡарғандар.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишселәре, ике сораҡта ла янғын ут төртөү һөҙөмтәһендә сыҡҡан, тип белдергән. Был янғын буйынса тикшереү материалдары тикшереү һөҙөмтәһе Башҡортостан Республикаһы эске эштәр министрлығына тапшырыласаҡ.
Фото: blob:https://web.whatsapp.com/b2bc2d62-3620-4125-81be-15ae4c63d270