Интернет селтәрендә Яңауыл районында булған туйға бәйле видеояҙма таралды. Унда күренеүенсә, туй кортежы менән хәрәкәт иткән ваҡытта бер машинаның люгынан ир кеше һонолоп, автоматҡа оҡшаған әйбер болғай, икенсеһенең ҡулында – пистолетҡа оҡшаған ҡорамал. Өҫтәүенә улар, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға хәүеф тыуҙырып, бер нисә тапҡыр ҡаршы һыҙатҡа сыға.
Был инцидентҡа ҡарата Яңауыл районы хакимиәте башлығы Салауат Ғилмиев социаль селтәрҙә аңлатма бирҙе.
“Бөгөн социаль селтәрҙәрҙә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың тәртипһеҙ ҡыланышына бәйле инцидент тикшерелә. Видеола туй кортежы төшөрөлгән, ике машина ҡаршы һыҙатҡа сыға, ә эстә ҡораллы ир-егеттәр. Уларҙың береһе люктан сығып, автоматҡа оҡшаған әйберҙе болғай, шул уҡ ваҡытта икенсеһе ҡулында пистолет кеүек әйбер тотоп машина менән идара итә.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Яңауыл районы буйынса бүлеге ваҡиғала ҡатнашыусылар асыҡланды, тип белдерҙе. Тикшереү дауам итә, ошо сәбәпле ҡатнашыусыларҙың фамилиялары аталмай. Тәртип боҙоусыларға ҡарата административ хоҡуҡ боҙоуға бәйле протоколдар төҙөлгән.
Тикшереү һөҙөмтәһендә тейешле юридик ҡарар ҡабул ителәсәк”, - тип яҙҙы Салауат Ғилмиев.
Сығанаҡ: vk.com/gilmievsn