Был турала “БашРегионСпас” төркөмө ирекмәндәре хәбәр итә. 13 йәшлек Алексей Макаров менән 16 йәшлек Виталина Гузь Өфө районының Михайловка ауылында юғалған.
Малайҙың билдәләре: буйы 146 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, һоро сәсле, һорғолт-зәңгәр күҙле. Һоро спорт салбары, аҡлы-ҡаралы кроссовки, һоро-аҡлы толстовка кейгән булған.
Ҡыҙҙың билдәләре: буйы 160 сантиметр, һоро сәсле һәм ҡуңыр күҙле. Ҡара йәшел төҫтәге пиджак һәм күлдәк кейгән.
Юғалған балаларҙы ҡайҙалыр күрһәгеҙ, 8 (937) 3-102-112 йәки 112 һандары буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото:БашРегионСпас.