Был фажиғәле хәл 7 июндә төндә Мишкә районының Үрге Сорокин ауылында теркәлгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын һүндереүселәр килгәндә ағас йортто ут ялмап алған булған. Янғынды һүндергән саҡта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәнһеҙ ир кәүҙәһен тапҡандар.
Мәғлүм булыуынса, үлгән кеше дуҫына килгән 1983 йылғы ир булып сыҡҡан.
Ваҡиға урынында ведомствоның тәүтикшереүсеһе эшләй. Янғын тәмәке тартыуҙан сыҡҡан, тигән фараз да бар.
Фотолар: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.