Хәүефһеҙлек
8 Июнь 2024, 15:00

Тағы ла Бөрйән районында...

Һыйырҙарға ни булған?

Тағы ла Бөрйән районында...Тағы ла Бөрйән районында...
Тағы ла Бөрйән районында...

Яңыраҡ ҡына Бөрйәндә ике һыйырҙы йәшен һуғып үлтергән тип хәбәр иткәйнек. Бөгөн ошо уҡ райондан тағы хәүефле хәбәр килде.

Унда йәнә йәшен булған һәм йәнә һыйырҙар һәләк булған. Был юлы фажиғәле хәл Байназар ауылы янында теркәлгән, тип яҙа "Уфа-РБ" телеграм каналы. Һүрәттә күренеүенсә, тәбиғәт ғәрәсәте ике малҡайҙың башына еткән. 

Йәшен малдар ғына түгел, кешеләр өсөн дә бик хәүефле. Шуға күрә бындай мәлдә тышта ҡалмаҫҡа тырышығыҙ. Әгәр йәшенеп өлгөрмәһәгеҙ, яңғыҙ ағастарҙан йырағыраҡ китегеҙ, һыуға инмәгеҙ. Йәй имен генә үтһен ине. 

Фото: "Уфа-РБ" телеграм-каналы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас