Әбйәлил районының Тирмән ауылынан алыҫ түгел урында, Амангилде - Баймаҡ автомобиль юлында ҡот осҡос фажиғә теркәлгән. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, "Рено Логан" автомобиле менән "Валдай" йөк машинаһы ҡапма-ҡаршы бәреләшкән. Һөҙөмтәлә ике ҡатын һәм бер ирҙең ғүмере өҙөлгән. Еңел автомобиль салонында пассажирҙар шул тиклем ҡыҫылып ҡалған, ҡарап тороуы аяныслы.
Әле ваҡиға урынында төрлө ашығыс хеҙмәттәр эшләй, авария сәбәптәре өйрәнелә, һәләк булыусыларҙың исем-шәрифтәре асыҡлана.
Баш автоинспектор Владимир Севастьянов Дәүләт автоинспекцияһының юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлау буйынса эшен координациялау өсөн Әбйәлил районына юлланған.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!
Фото: "Абзелил" гәзитенән.