Хәүефһеҙлек
15 Июнь 2024, 09:00

Һиндостандан килгән студент батҡан

Кисә сит илдән килгән өс студент Ағиҙелдә һыу инергә барған була.

Һиндостандан килгән студент батҡанҺиндостандан килгән студент батҡан
Һиндостандан килгән студент батҡан

Бөгөн Өфөлә Ағиҙел йылғаһында водолаздар 2003 йылғы студент-индусың юғалған мәйетен тапты, тип хәбәр итә Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Асыҡланыуынса, кисә сит ил кешеләре "Ҡояшлы" рәсми пляжынан өҫтәрәк, йыһазландырылмаған урында һыу инә. Йәштәр тәрәнгә һикереп төшөп бата башлаған. Берәүһен - шаһиттар, икенсеһен ҡотҡарыусылар ҡотҡарған. Икенсе зыян күреүсене ярға сығарғас, был компанияла алдан өс кеше булыуы асыҡланыла. Уларҙың рус телендә аралашмауы ла хәлде бер аҙ тотҡарлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн өсөнсөләренең кәүҙәһе табыла.

Йәнә бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: тик йыһазландырылған, рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыуға төшөгөҙ!

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас