Хәүефһеҙлек
17 Июнь 2024, 05:00

Вахтанан ҡайтыусыларҙы полиция тотҡан

Был күңелһеҙ хәл поезда тыуған яҡҡа ҡайтып килгәндә булған.

Вахтанан ҡайтыусыларҙы полиция тотҡанВахтанан ҡайтыусыларҙы полиция тотҡан
Вахтанан ҡайтыусыларҙы полиция тотҡан

Башҡортостанда йәшәүсе 37 һәм 38 йәшлек ирҙәр һәм 34 йәшлек Ханты-Манси автономиялы округы - Юграла йәшәгән ир «Яңы Уренгой - Ҡазан» поезының вагонында бергә барған. Ирҙәр өйҙәренә вахтанан ҡайтып килгән, юлда саҡта спиртлы эсемлектәр эскән.

Поезда улар кәйеф-сафа ойоштороп йәмәғәт тәртибен боҙған, насар һүҙҙәр әйткән һәм башҡа пассажирҙарҙың ялына ҡамасаулаған. Һөҙөмтәлә полиция хеҙмәткәрҙәре килеп, ирҙәрҙе поездан төшөрә һәм дежур бүлеккә алып китә. Уларға ваҡ хулиганлыҡ өсөн 500-шәр һум штраф һалынған.

Вахтанан ҡайтырға йә иһә эшкә юлланыусылар араһында поезда, самолетта булһынмы, спиртлы эсемлектәр ҡулланып, ғауға сығарыуҙар йышайҙы. Ҡайтып ҡына байрам итһәләр була ла бит...

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас