Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәктәрендә, айырыуса Хәйбулла, Йылайыр һәм Бөрйән райондарында аҡ төҫтәге күбәләктәрҙең ҡапыл күбәйеүе күҙәтелгән. Улар юл ситтәрен, юлдарҙы баҫып алған, автомобилдәрҙең фарҙарына, тәҙрәләренә һылаша.
Урындағы халыҡ һәм юлсылар был хәлгә борсолоу белдергән, был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып, фотолар менән уртаҡлашыусылар ҙа күп. Бер ҡатын Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә ошо хаҡта комментарий ҡалдырған. Уның мөрәжәғәтенә республиканың Урман хужалығының министрлығынан яуап биргәндәр. Был күбәләктәр 2-3 йылға бер тапҡыр ошолай ҡапыл ишәйеп ала ла, артабан тағы кәмей. Улар ағастарға зыян килтермәй, тип билдәләй белгестәр.
Водителдәргә юлда был бөжәктәр "яуына" осраған хәлдә, ваҡыты-ваҡыты менән туҡтап, фар һәм тәҙрәләрҙе таҙартып алырға, автомобилдең алғы өлөшөнә бөжәктәрҙән һаҡлаған селтәр ҡуйырға һәм тәүлектең яҡты мәлендә йөрөргә тырышырға кәңәш итәләр.
Әйткәндәй, ошондай уҡ аҡ күбәләктәрҙең (боярышница) һөжүме Төмән, Ырымбур өлкәләрендә лә теркәлгән.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.