Хәүефһеҙлек
19 Июнь 2024, 14:00

Дүртеһе лә һәләк булды...

Һуңғыһының ғүмере өсөн табиптар бер аҙнанан ашыу көрәште...

Дүртеһе лә һәләк булды...Дүртеһе лә һәләк булды...
Дүртеһе лә һәләк булды...

Үткән аҙнала Өфөнөң Киров районында бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Менделеев урамындағы төҙөлгән йортта бишенсе ҡат бейеклектән төҙөлөш “люлькаһы” ҡоланы.

Уның эсендә дүрт кеше булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике төҙөүсе фажиғә урынында һәләк булды. Ҡалған икәүһе дауаханаға оҙатылғайны, тик һуңғараҡ тағы береһенең үлеп ҡалыуы тураһында билдәле булды.

Быға тиклем дүртенсе төҙөүсенең хәле үтә ныҡ ауыр тип баһалана ине. Тик бөгөн ҡайғылы хәбәр килде. Табиптар дүртенсе эшсене лә ҡотҡара алманылар.

Һәләк булыусыларҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: МЧС.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас