Хәүефһеҙлек
20 Июнь 2024, 17:50

Малайҙы әле һаман таба алмайҙар

Уға ни бары 14 йәш булған...

Малайҙы әле һаман таба алмайҙарМалайҙы әле һаман таба алмайҙар
Малайҙы әле һаман таба алмайҙар

Бөгөн кис менән Өфөнөң Инорс биҫтәһендә һыуҙа бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итеүенсә, үҫмерҙәр компанияһы ишкәк каналы тирәһендә Ҡариҙел йылғаһына һыу инергә килгән.

“Балаларҙың береһе бетон стенанан һикергән һәм тәрәнгә йөҙөп барған. Уны ағым һыу алып киткән. Күпмелер ваҡыттан һуң ул һыу аҫтына китә. Шул саҡта ғына иптәштәре ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итеп, ошо хәл тураһында хәбәр итә”, - тип белдерҙеләр ведомствола.

Әле урында Өфөләге граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды водолаздары эшләй.

Әйтергә кәрәк, ваҡиға урынында һыу инеүҙе тыйыу тураһында ике аншлаг ҡуйылған. Телеграм-каналдар хәбәр итеүенсә, малайға 14 йәш булған.

Фото: Граждандарҙы яҡлау идаралығы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас