Өфөлә һыуға батҡан малайҙың исеме – Реваль. Уның дуҫы һөйләүенсә, үҫмер шәп йөҙгән, тыныс һәм изге күңелле кеше булған. Быйыл улар бергәләп Кенәз ауылында һыу ингәндәр. Шулай уҡ Реваль менән өс көн элек кенә күрешеүен дә һөйләгән. Тик ни өсөн малайҙарҙың рөхсәт ителмәгән урынға йөҙөргә барыуҙары хаҡында аңлата алманы.
“Бәлки, улар тыйылған билдәләрҙе бөтөнләй һанға һуҡмағандарҙыр”, – тип фаразланы Ревалдең дуҫы.
Һыуға батҡан үҫмер ғаиләлә төпсөк бала булған. Уның тағы ла ағаһы булыуы билдәле.
Фото: БашДТП.